Башҡортостанда коронавирус менəн сирлəүселəр һаны 843-кə етте.
Коронавирус менəн сирлəүселəрҙең һаны көндəн-көн арта бара. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығы хəбəр итеүенсə, үткəн тəүлек һөҙөмтəлəре буйынса, сирлелəр һаны тағы ла етмеш ете кешегə артҡан. Шулай итеп, Башҡортостанда бөгөнгө көнгə барлығы 843 кешелə COVID-19 вирусы рəсми раҫланған.
Сирлелəрҙең 381-е стационар шарттарында дауалана. Хəлдəре ҡатмарлы булмаған 272 кешегə йорт шарттарында дауаланыу мөмкинлеге рөхсəт ителгəн. Уларға табиптар өйгə килеп йөрөй.
Министрлыҡтың мəғлүмəте буйынса, үткəн тəүлек эсендə шулай уҡ туғыҙ кеше һауыҡҡан. Лабораториялар 6193 кешенең анализдарын тикшергəн.
Рəсəйҙə бөгөнгө көндə коронавирус менəн сирлəүселəр һаны 114 431-гə етте, 1169 кеше сирҙəн донъя ҡуйҙы.