* Үҙегеҙҙән олораҡ кешеләр булһа, табынға уларҙан алдараҡ ултырмағыҙ.
* Табында ултырғанда, йорт хужаһынан алда, шулай уҡ ололарҙан алда ашай башламағыҙ. Әҙәп һаҡлағыҙ.
* Ашай башлағанда бисмиллә әйтеп, уң ҡулығыҙ менән ашағыҙ. Ашап бөткәс, Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итегеҙ.
* Күп итеп алмағыҙ, ашыҡмағыҙ, яҡшы сәйнәгеҙ. Ҡомһоҙ булмағыҙ, күп ашарға ғәҙәтләнмәгеҙ, ашауҙан теләгегеҙ бөтмәйенсә туҡтамағыҙ. Бындай нәмәләрҙең сәләмәтлек өсөн файҙаһы күп булыуын үҙегеҙ ҙә белерһегеҙ.
* Фекерегеҙҙе гел ашау өсөн сарыф итмәгеҙ. Һөйләшеп ашаған аш еңел һеңһен өсөн, ҡысҡырышмай, һүҙ көрәштермәй, әҙәпле генә һөйләшегеҙ.
* Ваҡытында ашарға ғәҙәтләнегеҙ. Ваҡыты етеп тә, ашарға теләгегеҙ булмаһа, көсләп ашамағыҙ.
* Ни ҡәҙәре оло ғәйебе булһа ла аш алдында һис кемде шелтәләмәгеҙ һәм берәүҙе лә ғәйепләмәгеҙ.
* Аштан һуң ҡулдарығыҙҙы, ауыҙығыҙҙы яҡшылап йыуығыҙ.