Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Май 2020, 13:00

Һуған сәстегеҙме әле?

Яҙ етеп, көндәр йылыныу менән тәүгеләрҙән булып түтәлдәргә редис, йәшел һуған, ҡуҙғалаҡ сәселә. Унан китә кишер, сөгөлдөр, һуған... Ә һуғанды дөрөҫ сәсәбеҙме икән?

Яҙ етеп, көндәр йылыныу менән тәүгеләрҙән булып түтәлдәргә редис, йәшел һуған, ҡуҙғалаҡ сәселә. Унан китә кишер, сөгөлдөр, һуған... Ә һуғанды дөрөҫ сәсәбеҙме икән?
Күптәр һуғанды май байрамдарында ултыртыусан, әммә һауа температураһы 8 градустан түбән төшмәҫкә тейеш. Шулай уҡ ҡырау төшкәндә һуғанды ултыртыу кәңәш ителмәй.
Һуғанды ултыртҡанда халыҡ күҙәтеүҙәренә лә иғтибар итеү кәрәк булыр.
  • һуғанды ләлә һәм нәркәс сәскә атҡас ултырталыр.
  • күлдә баҡалар баҡылдаша башлағас, һуған ултыртыр ваҡыт етте тигән һүҙ.
  • муйыл ағасында тәүге япраҡ күренеү менән ул сәскә атҡан осорға тиклем ултыртҡан һуған мул уңыш бирә.
  • Һуған ҙур һәм һутлы булһын өсөн яҡты урынға ултыртыу мотлаҡ. Помидор, ҡыяр, борос, бәрәңге үҫкән урында һуған ултыртһаң, ул яҡшы үҫәсәк. Ә бына һарымһаҡ, борсаҡ булған ерҙә уны ултыртмауың хәйерле.
    Һуғанды ергә сәсер алдынан орлоҡто әҙ генә марганцовка һалынған һыуға бер аҙға һалып алырға кәрәк. Тупраҡҡа ултыртыр алдынан уның өҫкө өлөшөндәге ҡойроғон саҡ ҡына ҡырҡырға кәрәк. Башлы һуғандарҙы рәт буйынса сәсергә кәрәк, уларҙың араһы 40-45 см тирәһе булһын. Ике һуған араһы 6-7 см тирәһе, һуғандың ҡойроғо тупраҡтан 2 мм самаһы сығып торорлоҡ итеп ултыртһағыҙ, көҙгөләккә уңышығыҙ мул булыр. 10-12 көндән һуң һуған тишелеп сыға, уларға һыу һибеп тороғоҙ. Улар һәр саҡ дымлы булырға тейеш. Даими рәүештә тупрағын йомшартып торорға кәрәк.
    Үҙегеҙҙең баҡсала үҫкән һуған магазиндан алынғанына ҡарағанда күпкә айырыла, үҙегеҙ сәсһәгеҙ, яҡшыраҡ һәм файҙалыраҡ та булыр.