Быйылғы йыл Рәсәй Президенты Указы менән Хәтер һәм дан йылы тип иғлан ителде. Ошоға ярашлы Башҡортостанда “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһы һәм “Еңеү урманы” республика акцияһы үткәрелә.
Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының төбәк бүлексәһе менән берлектә республиканан сыҡҡан Советтар Союзы Геройҙары хѳрмәтенә ағас ултыртыу байынса акциялар уҙғара.
Бынан тыш, республиканың Урман хужалығы министрлығы “Башҡортостан урмансылары – һуғыш Геройҙары тураһындағы хәтер хаҡына” тип аталған акция иғлан итте. Уға ярашлы, урман фонды биләмәләрендә ағас ултыртыу буйынса акциялар ойоштороп, райондан сыҡҡан Советтар Союзы Геройына арнап, тематик баннер ҡуйыу ҡаралған.
Был эштәрҙе атҡарғанда урмансылыҡ хеҙмәткәрҙәре хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә онотмай: битлек һәм бирсәткәләр кейә, социаль арауыҡты һаҡлай. Әйткәндәй, төбәктең урман фонды майҙандары бөтә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәп, ағас ултыртыу сараларын уҙғарыу мѳмкинлеге бирә. Һаҡланыу сиктәрендә, ойоштороусылар оло быуын вәкилдәренең, ветерандарҙың һәм бәлиғ булмағандарҙың бындай сараларҙа ҡатнашмай тороуын һорай.
Иҫтәлеккә ағас ултыртыуҙар кѳҙѳн дә дауам итәсәк. Башҡортостан Башлығы коронавирус инфекцияһынан һаҡланыуға бәйле сығарған указына ярашлы, “Еңеү урманы” республика акцияһы уҙғарыу ваҡыты кѳҙгә тиклем күсерелә.
Фото: БР Урман хужалығы министрлығы.