Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығының Мәләүез район-ара бүлегенең күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм иҫкәртеү эше буйынса бүлеге мәғлүмәте буйынса республикала йыл башынан 5 майға тиклем 3448 янғын теркәлгән. Уларҙа 83 кеше төрлө ауырлыҡтағы йәрәрәхәт алһа, 97 кешенең, шул иҫәптән 5 баланың ғүмере өҙөлгән. Янғындарға бәйле хәл-тороштоң ҡатмарлы булыуын иҫәпкә алып, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән 30 апрелдән 10 майға тиклем Республикала янғынға ҡаршы режим иғлан ителде.
Был осорҙа сүп-сар яндырыу, усаҡ яғыу ҡәтғи тыйыла. Көндәрҙең эҫе һәм ҡоро тороуын иҫәпкә алып, янғын хәүефһеҙлеге талаптарын теүәл үтәү кәрәк. Бигерәк тә балаларға шырпы менән уйнауҙың хәүефле генә түгел, ә эҙемтәһе була ҡалһа, административ яуаплылыҡ менән янауын да иҫкәртегеҙ. Тәмәке тартыусылар уйламаҫтан ғына машина тәҙрәһенән ташлап кителгән төпсөктөң дә ҙур бәләгә килтереүе мөмкинлеген дә һәр саҡ иҫтә тотһон ине.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығының Мәләүез район-ара бүлегенең күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм иҫкәртеү эше буйынса бүлеге иҫегеҙгә төшөрә: янғынға ҡаршы режим осоронда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәһен боҙған граждандарға 2000-дән 4000 һумғаса, вазифалы кешеләргә – 15 меңдән 30 меңгәсә, ә юридик белемһеҙ эшҡыуарлыҡ алып барыусыларға – 30 меңдән 40 меңгә тиклем, юридик шәхестәргә 200 меңдән 400 мең һумға тиклем штраф һалына. Янғынға ҡаршы ҡағиҙә боҙолоу сәбәпле бер һәм унан күберәк кешенең ғүмере өҙөлһә, ҙур күләмдә матди зыян күрелһә, РФ Енәйәт кодексыны ярашлы енәйәт эше ҡаралған.