Төҙөлөш 2019 йылдың сентябрендә башланған, 2020 йыл аҙағына тамамланырға тейеш. Әлеге ваҡытта буласаҡ баҡсаның бинаһы төҙөлгән, тәҙрәләр ҡуйылған, ҡыйыҡ монтажы тамамланыу өҫтөндә. Тышҡы биҙәү эштәренең дә яртыһы башҡарылған. Шул уҡ ваҡытта эшселәр йылытыу, вентиляция, һыу, канализация, яҡтылыҡ селтәрҙәрен монтажлау менән мәшғүл. Тиҙҙән йыһазландырыу, тирә-йүнде төҙөкләндереү эштәре башланасаҡ.