Төньяҡ Африка илдәренең береһендәге ауылға бер йәш имамды тәғәйенләгәндәр. Ул Ҡөрьәнде тулыһынса яттан белгән, урындағы диалектты яҡшы аңлаған һәм фикһ буйынса ғилемле булған. Йәш имамды урындағы халыҡ бик оҡшатҡан, бөтә ғаиләләр кемуҙарҙан уны үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡыра башлағандар, бигерәк тә Рамаҙан айында.
Оҙаҡ ҡына көткәндән һуң, бер ғаиләнең сираты еткән. Улар имамды ифтарға саҡырғандар. Имам уларға киске намаҙҙан һуң килгән. Хужалар уны бик йылы ҡаршылағандар һәм ҡунаҡ иткәндәр. Имам улар өсөн доға ҡылып, ҡайтып киткән.
Хужабикә ҡунаҡ бүлмәһен һәм өҫтәлде йыйыштыра башлағас, унда ҙур ғына суммала аҡса һалып торғанын иҫенә төшөргән. Ул бөтә ерҙе ҡарап бөткән, ләкин аҡсаны тапмаған. Ире тәрәүих намаҙынан ҡайтып кергәс, ҡатын унан өҫтәлдәге аҡсаны алыу-алмауын белешкән. Ире алмауын әйткән. Уларҙың икеһенә лә бөгөн уларҙа имамдан башҡа бер кем дә булмауы тураһында уй килгән, ә уларҙың ҡыҙҙары әле сабый йәшендә булған һәм үҙенең карауатында ятҡан. Шулай итеп, улар берҙән-бер шикләнергә мөмкин булған кеше - ул имам икәнен аңлағандар. Ире, нисек итеп имамдың быға ҡулы барып эшләй алды икән, мин бит уны изге Рамаҙан айында өйөмә ҡунаҡҡа саҡырҙым, ул бөтә кеше өсөн үрнәк булырға тейеш бит, тип бик ныҡ асыуланған.
Асыуының көслө булыуына ҡарамаҫтан, был ир бик баҫалҡы, тыйнаҡ кеше булған һәм был турала бер кемгә лә бер ни ҙә һөйләмәгән, шулай уҡ имамдың үҙенә лә. Тик ошо хәлдән һуң ул имамға осрамаҫҡа, уға сәләм бирмәҫкә, уның менән һөйләшмәҫкә тырыша башлаған.
Шулай итеп, бер йыл үтеп киткән. Тағы Рамаҙан айы еткән. Ғаиләнең имамды ифтарға саҡырырға тағы ла сираты еткән, тик ир уның "урлашыуын" иҫенә төшөргән. Ул ҡатыны менән имамды өйөнә саҡырыу-саҡырмау тураһында кәңәшләшә башлаған. Ә ул бик тәҡүәле ҡатын булған һәм ирен имамды өйҙәренә саҡырырға күндергән:
- Бәлки, имамдың хәле бик ауыр булып, шулай эшләргә мәжбүр булғандыр. Беҙ уны ғәфү итербеҙ, һәм Аллаһ та, бәлки, беҙҙе ғәфү итер.
Ире имамды ҡунаҡҡа саҡырған. Ифтарҙан һуң ул имамдан:
- Иғтибар иттеңме, үткән йылғы Рамаҙандан һуң мин һинә ҡарата икенсе төрлө мөнәсәбәттә була башланым? - тип һораған. Имам:
- Эйе, тик бының сәбәбен асыҡлай алманым, сөнки эшем күп булды.
- Мин һиңә һорау бирәм, тик һин дөрөҫ яуап бир! Минең ҡатыным өҫтәлгә аҡса һалып торған булған, беҙ уны һин килеп ҡайтҡандан һуң тапманыҡ. Һин алғайныңмы аҡсаларҙы?
- Эйе, мин алғайным.
Йорт хужаһы үҙ ҡолаҡтарына үҙе ышанмай торған. Ә имам дауам иткән:
- Мин аҡсаның өҫтәлдә ятҡанын күргәйнем. Тәҙрә асыҡ ине бит. Кинәт ел иҫкәнгә, аҡсалар иҙәнгә осоп төштө. Мин уларҙы йыйып алдым, сөнки мебель аҫтына һибелеп кереп ятһа, һеҙгә уларҙы эҙләп табып алыуы ҡыйын булыр, тип уйланым.
Имам башын эйеп илап ебәргән.
- Һин минең ниңә илағанымды беләһеңме? Һин минән шикләнгәнгә иламайым мин, был бик ауыр булһа ла. Мин инде 365 көн үтһә лә, һеҙҙең берегеҙҙең дә Ҡөрьәнде бер тапҡыр ҙа ҡулығыҙға алып, бер нимә лә уҡып ҡарамағанығыҙ өсөн илайым! Әгәр һеҙ бер тапҡыр ғына булһа ла Ҡөрьәнде асып ҡараһағыҙ, унда үҙегеҙҙең аҡсағыҙҙы тапҡан булыр инегеҙ!
Хужа Ҡөрьәнгә ташланған, уны асып ҡарағас, эсендә бөтә аҡсаһы теүәл көйө ятҡанын күргән.