Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
11 Май 2020, 20:00

Төп стратегик бурыс

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостанОшо көндәрҙә Өфө районындағы Ҡомлокүл, Яҡшиван, Горново, Ҡыҙылъяр, Карюгин, Тәжрибә хужалығы ауылдарында һыу бүлеү ҡоролмаһы һәм һыу тәьминәте селтәрҙәре төҙөү мәсьәләһе буйынса күсмә кәңәшмә уҙғарылды. Мәғлүм булыуынса, бындай объекттар төҙөлөшө республика Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының даими контролендә тотола.

Ошо көндәрҙә Өфө районындағы Ҡомлокүл, Яҡшиван, Горново, Ҡыҙылъяр, Карюгин, Тәжрибә хужалығы ауылдарында һыу бүлеү ҡоролмаһы һәм һыу тәьминәте селтәрҙәре төҙөү мәсьәләһе буйынса күсмә кәңәшмә уҙғарылды. Мәғлүм булыуынса, бындай объекттар төҙөлөшө республика Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының даими контролендә тотола.
– Халыҡты сифатлы эсәр һыу менән даими тәьмин итеү – иң мөһим стратегик бурыстарҙың береһе. Беҙ был бурысты эҙмә-эҙлекле үтәйбеҙ, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев.
Селтәрҙәр төҙөлөшө Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектына ингән “Таҙа һыу” төбәк проекты нигеҙендә былтыр башланғайны. Ҡоролмаларҙы 2021 йылда сафҡа индереү планлаштырыла. Ошо күләмле проект тормошҡа ашырылған алты ауылда 10 меңгә яҡын кеше йәшәй.
Төҙөлөш-монтаж эштәре график буйынса бара. Әле һыу бүлеү ҡоролмаһын ауылдар менән тоташтырған үткәргес торбалар һалына. Бер үк ваҡытта ҡоролма майҙансығында ла эш бара. Бында насос станцияһы бинаһы һалынған, насос ҡорамалдары монтажлана, шулай уҡ ҡоролмаға идара итеү системаһын урынлаштырыу, һыу әҙерләү биналары төҙөлә, тип хәбәр итә "Башҡортостан" гәзите.
Фото: house.bashkortostan.ru
Читайте нас: