Туймазы районында бер юлы алты кешенең ғүмерен өҙгән ҡот осҡос янғын.
9 май таң менән теплица комплексында сыға. Йортта булған ете кешенең береһе генә ҡотолоп ҡала алды.
Әлеге ваҡытта һәләк булғандарҙың шәхестәре асыҡланып бөттө тиерлек.
“Вести-Башкортостан” хәбәр итеүенсә, янғындың ҡорбандары – өс ир һәм өс ҡатын. Алдан уҡ асыҡланыуынса, уларҙың бөтәһе лә урындағы теплицала эшләгән. Һәләк булғандарҙың иң йәшенә 21 йәш кенә булған. Шулай уҡ 32 йәшлек Өфөнән бер ир һәм 38 йәшлек Дүртөйлөнән бер ир-аттың кемлеге асыҡланған. Һәләк булған ике ҡатын-ҡыҙға 38 һәм 40 йәш булған. Улар – Дүртөйлө районы кешеләре. Өсөнсө ҡатындың йәше әле асыҡланмаған.
Әле фажиғәнең шарттарын тикшереү дауам итә. Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты янғын һәм кешеләрҙең үлеме буйынса енәйәт эше ҡуҙғытҡан. Һәләк булғандар ғаиләләренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото:БР буйынса Тәфтиш комитеты.