Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
12 Май 2020, 15:00

#аш_һыу

Балыҡ яратаһығыҙмы? Көмрө балыҡты духовкала бешереүҙең ошо ысулын да һынап ҡарағыҙ әле. Биииик тәмле килеп сыға!

Был тәмле ризыҡты әҙерләү ысулын Нәйлә Зөлҡәрнәева тәҡдим итә.
1) Ныҡ иремәгән, йыуылған көмрө балыҡты (горбуша) ҡойроҡ һәм баш яғынан умыртҡаһын һындырып, яйлап ҡына умыртҡаһын ҡылсыҡтары менән бергә һурып алаһың. Лимон һуты һөртөп сыҡһаң тағы ла тәмлерәк була.
2)Айырым быҡтырып алынған дөгө әҙерләйһең, уны һуған менән ҡыҙҙырылған кишергә ҡушып болғайһың. Йөҙөм, күрәгә, ҡара емеш ҡушырға ла була. Самалап тоҙ, борос, укроп, петрушка йәки башҡа үҙегеҙгә оҡшаған тәмләткестәр ҡуша алаһығыҙ
3) Горбушаның эсенә, тышына тоҙ һибеп, эсенә алдан әҙерләнгән дөгөлө эслекте тултырырға һәм еп, энә алып эре итеп тегеп сығырға кәрәк. Йүрмәп текмәҫкә, бешкәс һурып сығарыуы ауыр була. Өҫтө матур булып бешһен тиһәгеҙ көнбағыш майы һөртөргә мөмкин.
4) Духовкаға 200-250 градус эҫелеккә 40 минутҡа ҡуяһың.
5) Бешкән балыҡты ипләп кенә тура ағас ҡалаҡ менән балыҡ һала торған һауытҡа күсереп һалабыҙ, шунан ебен һурып ҡына алабыҙ, һәм һыуытырға ҡуябыҙ.
6) Һыуынған балыҡты лимон киҫәктәре, ҡыяр, помидор, укроп, майонез менән төрлөсә биҙәп, өҫтәлгә ҡуябыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас: