Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
12 Май 2020, 00:00

Кеше ире һинеке булмай (хикәйә). В. Исхаҡов

Алина Ғәзиз менән таныш­ҡан, дуҫлашып йөрөгән көндә­рен иҫенә төшөрҙө. Әйтеп аңлатҡыһыҙ бәхетле ине ул саҡта. Ул мәлдә, гүйә, ерҙән тү­гел, ә күктә осоп йөрөнө. Көт­мәгәндә осратҡан һөйгәненең үҙенән теүәл 20 йәшкә өлкән булыуына ла, улы, ҡыҙы үҫеүенә лә аптыраманы. Бер ойошмала яуаплы вазифа биләй, аҡсаһы күп, йөрөгән машинаһы ғына бер нисә миллион һум тора. Ә буй-һыны һуң! Һомғол, күпереп торған сәсле, һәр ваҡыт бөхтә һәм затлы кейенеп йөрөгән бай ир күп ҡыҙҙарҙың хыялы ине. Шулай ҙа был бәхет уның кеүек һирәктәргә генә тәтейҙер ул. Кеше кеймәгәнде кейеп, кеше ашамағанды ашап йә­шәйәсәк­һең. Сит илдәрҙән, диңгеҙ буй­ҙарынан ҡайтып кермәҫтәр. Ә уға дуҫлыҡ тәҡдим итеп маташ­ҡан егеттең нимәһе бар! Уның менән ғүмер итһәң, ғүмер буйы кеше фатирында йәшәрһең.

– Мин китәм, ҡатыным, балалар янына ҡайтам. – Иренең шулай тип әйтеүе һеңгәҙәтә һуҡты Алинаны. – Артабан бер нисек тә бында ҡала алмайым. Аяғым улар янына тартып тик тора. Нимә генә тимә, 20 йыл йәшәгәнбеҙ. Ҡыҙым, улым бар. Мин уларһыҙ йәшәй алмауымды аңланым.

– Ә беҙ?! – тине Алина. – Ә беҙ?! Мин ҡатының түгелме лә ошо бала һинеке түгелме? Мин уны елдән тапҡанмынмы?! Тимәк, һин беҙҙе алдап ҡына йөрөгәнһең. Тимәк, беҙ һиңә бөтөнләй ят!

– Улай тип әйтмәйем дә. Шулай ҙа мин уларға өйрәнгәнмен, уларһыҙ йәшәй алмайым. Ҡатыным да, балаларым да көн дә төшөмә кереп ыҙалата. Улыма 15 кенә йәш. Уға атай кәрәк!

– Ә был улыңа атай кәрәк­мәйме?

– Ярҙам итеп торормон! Ярай, хуш... Мин киттем.

– Бар кит, суҡынып кит! – Алинаның асырғанып әйткән һүҙҙәре асыҡ ишек аша әллә ҡайҙарға яңғыраны.

Ишек шарт ябылды. Алина улын ҡосаҡлаған килеш үкһеп илап ҡалды. Үҙе уйлағанса, матур ғына башланған тормошо селпәрәмә килде. “Иҫәр, әсә­йемдең һүҙен тыңламай ғына харап булдым. Һиңә шул кә­рәк!” – тип үҙен әрләй-әрләй шыңшыны йәш ҡатын.

Алина Ғәзиз менән таныш­ҡан, дуҫлашып йөрөгән көндә­рен иҫенә төшөрҙө. Әйтеп аңлатҡыһыҙ бәхетле ине ул саҡта. Ул мәлдә, гүйә, ерҙән тү­гел, ә күктә осоп йөрөнө. Көт­мәгәндә осратҡан һөйгәненең үҙенән теүәл 20 йәшкә өлкән булыуына ла, улы, ҡыҙы үҫеүенә лә аптыраманы. Бер ойошмала яуаплы вазифа биләй, аҡсаһы күп, йөрөгән машинаһы ғына бер нисә миллион һум тора. Ә буй-һыны һуң! Һомғол, күпереп торған сәсле, һәр ваҡыт бөхтә һәм затлы кейенеп йөрөгән бай ир күп ҡыҙҙарҙың хыялы ине. Шулай ҙа был бәхет уның кеүек һирәктәргә генә тәтейҙер ул. Кеше кеймәгәнде кейеп, кеше ашамағанды ашап йә­шәйәсәк­һең. Сит илдәрҙән, диңгеҙ буй­ҙарынан ҡайтып кермәҫтәр. Ә уға дуҫлыҡ тәҡдим итеп маташ­ҡан егеттең нимәһе бар! Уның менән ғүмер итһәң, ғүмер буйы кеше фатирында йәшәрһең.

Ҡыҙының үҙенән шаҡтай өлкән кеше менән сыуалғанын белгәс, әсәһе быны һис тә өнә­мәне.
– Эй, балаҡайым, – тине ул, ауыл көрһөнөп. – Бынау тиклем буй-һыныңа егеттәр бөткәнме! Етмәһә, ике балаһы бар. Атай­ҙарын тартып алғанға ул сабыйҙар һиңә рәхмәт уҡыр тиһеңме? Кеше ире һинеке булмай ул! Кеше бәхетен урлап, берәүҙең дә бәхетле булғаны юҡ.

– Әсәй, мин унан бала көтәм. Мин дә уны бәхетле итәсәкмен.

– Белмәйем шул, бала­ҡа­йым... Бала менән генә кеше ирен тотоп булһа икән ул. Ул бит һиңә мал түгел. Хатта малды ла ят ерҙә бәйләп тотоп булмай. Иҫләйһеңме, бер атайың күрше ауылдан ат һатып алғай­ны. Беҙҙең ихатаға һис тә өйрәнә алманы, хатта кәртә емереп сығып тыуған ауылына ҡаса торғайны. Аптырағас, хужаһы кире алырға мәжбүр булды.
– Эй, әсәй, тотаһың да әллә нимәләр һөйләй башлайһың.

– Эй, балам, ныҡлап уйла, тиеүем.

Бер көн бер сумаҙанын тотто ла күсеп килде Ғәзиз уның янына. Бик бәхетле булды уның менән Алина. Тиҙҙән Төркиәлә ял итеп тә ҡайттылар. Ә сабыйы донъяға килеүен түҙемһеҙләнеп көттө. УЗИ малай буласағын әйткәс, тағы ла ҡыуанды. Ире­нең тәүге ғаиләһенә ҡайтмая­сағына ныҡлы ышанды. Бер көн Ғәзиздең телефонында ҡатынының элекке фотоһын күреп ғәжәп итте. Ундағы ханымды үҙе менән сағыштырып, “Кит, ошо бисура менән йәшәп ятмаҫ инде...” тип уйланы.

Ысынлап та, ҡырҡты уҙған, ике бала тәрбиәләгән ҡатынды 25 йәшлек ҡыҙ менән сағыш­тырыу мөмкин түгел ине. Битен­дә тәүге йыйырсыҡтар барлыҡ­ҡа килгән. Алина көҙгөгә ҡарап үҙенә күҙ һалды. Ысынлап та, Хоҙай уға матурлыҡты йәл­ләмәй биргән шул. Ҡыҙ быны бәләкәйҙән һиҙеп үҫте. Хатта мәктәптә үткәрелгән “Һы­лыу­ҡай” конкурсында ҡатна­шып, тәүге урында яулағайны бер мәл. “Шул тиклем матур­лығым менән хәйерсегә сығаһым юҡ инде. Һәр кем үҙ бәхете өсөн көрәшергә тейеш”, – тип уйланы ул.

Ә Ғәзиз тәүге ғаиләһен онота алманы. Улдары тыуыу ҙа уның ҡатынына, балаларына булған һөйөүҙе һүндерә алманы. Күңе­ленән һәр ваҡыт аш-һыу әҙер­ләп, керҙәрен йыуып, матур итеп үтекләп ҡуйған ҡатыны менән Алинаны сағыштырҙы. Ә был... Йәш ҡатынға үҙе түгел, ә уның аҡсаһы кәрәклеген тиҙ аңланы ул. Бер көн уға ҡыҙы әсәһенең кинәт ауырып китеп, “Ашығыс ярҙам” саҡырыуын хәбәр итте. Ир шунда уҡ дауаханаға сапты. Ҡатынының йөрәгенә ҡатмарлы операция яһанылар. Ул мәлдә Ғәзиз төнө буйы ҡатыны янында ултырҙы. Уның имен-һау аяҡҡа баҫыуын теләне.

Иренең һаман да элекке ҡатыны янына барып йөрөүен аңларға ла теләмәне Алина.

– Мин һине бөтөнләй аңла­майым, – тип дорфа тотто ул үҙен. Уның кире элекке ғаилә­һенә ҡайтып китерен күҙ алдына ла килтермәне йәш кәләш, шуға ла тәкәббер ҡыланды. – Минең йөҙөмдән көлөп йөрөргә форсат бирмәйем. Йә – ул, йә – мин...

– Нисек инде, Алина! Ул ауыр хәлдә ята, ярҙамға мохтаж. Бөтөнләй сит кешеләр түгел дә инде, балаларымдың әсәһе. Ошондай мәлдә мин ниндәй намыҫ менән өйҙә ятайым, ә?!

– Белмәйем мин уны. Улай йәлләгәс, минән яҡын күргәс, бар, бар, кит! Йәһәннәмгә олаҡ!

...Бер нисә көндән Ғәзиз, ысынлап та, тәүге ғаиләһенә кире ҡайтты...

“Кеше ире һинеке булмай тип әйттем бит һиңә, – тине, ҡыҙын йыуатып, Алинаның әсәһе. – Тыңларға ла теләмәнең. Уның етем ҡалған балалары, ҡатыны әллә рәхмәт уҡып ултырамы һиңә! Ярай, киткәненә ҡыуан. Исмаһам, балаларының рән­йешенән ҡотолорһоң. Үҙеңә тиң берәйһе осрар әле...”
ВЕНЕР ИСХАҠОВ.
Читайте нас: