▪ 3 йәштән 15 йәшкә тиклем балаһы булған ғаиләләргә бер тапҡыр 10 мең түләнә. Был, килем кимәленә ҡарамаҫтан, бөтә ғаиләләргә ҡағыла. Түләүҙәр 1 июндән башлана. Уны Дәүләт хеҙмәттәре порталында йәки Пенсия фондында рәсмиләштерергә мөмкин;
▪ бала ҡарау буйынса минималь пособие ике тапҡырға 6700 һумға тиклем арттырыла;
▪ бер кешегә килем йәшәү минимумынан түбән булған 3-тән 7 йәшкә тиклемге балалы ғаиләләргә 1 июлдән түгел, ә 1 июндән айына 5,5 мең һум түләнә. Түләүҙәр йыл башынан ғәмәлдә һәм бер нисә айҙа бер юлы 33 мең һум самаһы алырға мөмкин;
▪ ә айына балаға 5000 һум аҡса 3 йәшкәсә балалы бөтә ғаиләләргә бирелә. Элек уны балаһы 2020 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған ғаиләләр генә алырға хоҡуҡлы ине;
▪ ата-әсә ваҡытлыса эшһеҙ ҡалған ғаиләләр апрель-июнь айҙарында бәлиғ булмаған һәр бала өсөн айына 3000 һум түләүгә иҫәп тота ала.