Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
13 Май 2020, 18:03

Район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов:

Дуҫтар! Бөгөндән битлек режимы үтәлешен тикшереү буйынса урамда, транспортта, ойошмаларҙа рейдтар башланды. Битлек режимын һанға һуҡмаған граждандарға – 1000-5000 һум, вазифалы кешеләргә – 5000 – 15000 һум, ә ойошмаларға – 50000-100000 һум күләмдә штрафтар ҡаралған. Был хаҡта ҡарар кисә ҡабул ителде...

Дуҫтар! Бөгөндән битлек режимы үтәлешен тикшереү буйынса урамда, транспортта, ойошмаларҙа рейдтар башланды. Битлек режимын һанға һуҡмаған граждандарға – 1000-5000 һум, вазифалы кешеләргә – 5000 – 15000 һум, ә ойошмаларға – 50000-100000 һум күләмдә штрафтар ҡаралған. Был хаҡта ҡарар кисә ҡабул ителде.
Беҙ ни өсөн урамға битлектә сығырға кәрәк икәнлеген аңлатҡайныҡ. Юғиғә, хәл башҡа илдәрҙәге кеүек буласаҡ. Ә уларҙа иһә халыҡтың яртыһы ауырый, үлем осраҡтары ҡәҙимге пневмонияға ҡарағанда күпкә юғарыраҡ. Эйе, беҙҙең медицина карантин осорондағы ваҡытта ковид-19 менән уңышлы көрәшергә өйрәнде. Әммә әгәр ҙә һеҙ битлекһеҙ йөрөй башлайһығыҙ икән – пациенттар бермә-бер артыуы бар. Ул осраҡта һәр табип кемде беренсе булып ҡорарғырға тигән һорау алдында ҡаласаҡ. Бындай осраҡта хатта иң бай илдәрҙә лә дарыуҙар етешмәй...
Шулай булыуын теләмәйһегеҙме? Битлек кейегеҙ! Һеҙ барыһына ла битараф түгелдер, тип ышанам. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Читайте нас: