Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
14 Май 2020, 17:23

Рәмзил Ишһарин: "27 миллион балаға ярҙам күрһәтеләсәк"

Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин граждандарға ярҙам күрһәтеү йәһәтенән яңы саралар тураһында иғлан итте. Иң элек улар балалы ғаиләләргә ҡағыла. Өс йәштән 15 йәшкә тиклемге һәр балаға 10-ар мең һум аҡса түләнә.

Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин граждандарға ярҙам күрһәтеү йәһәтенән яңы саралар тураһында иғлан итте.
Иң элек улар балалы ғаиләләргә ҡағыла. Өс йәштән 15 йәшкә тиклемге һәр балаға 10-ар мең һум аҡса түләнә.
Владимир Путин шулай уҡ өс йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә апрель, май, июнь айҙарына биш мең һум күләмендә айлыҡ түләү билдәләне.
Дәүләт Думаһы депутаты Рәмзил Ишһарин әйтеүенсә, әлегә тиклем бындай аҡсаға әсәлек капиталына хоҡуҡлы ғаиләләр генә дәғүә итә ала ине.
– Президент килем кимәле ниндәй булыуға, мәшғүллегенә ҡарамаҫтан, балалы ғаиләләргә ҙур ярҙам сараларын ғәмәлгә индерҙе. Үҙ-үҙеңде изоляциялау режимынан сығыу шарттарында ла уларға айырым иғтибар бирелә. Дөйөм алғанда, Рәсәйҙәге 27 миллион балаға ярҙам күрһәтеләсәк, был бик мөһим. Аҡса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә әсәлек капиталы аша һәм башҡа алымдар ярҙамында тапшырыласаҡ, – тине Рәмзил Ишһарин.
Парламентарий дәүләт башлығының баланы ҡарау буйынса пособиеның минималь күләмен ике тапҡырға (3 мең 375 һумдан 6 мең 751 һумға тиклем) арттырыуын да телгә алды. Был пособиены эшләмәгән граждандар, шул иҫәптән студенттар, йәш ата-әсәләр аласаҡ.
– Владимир Владимирович 10 мең һумды алыу өсөн бер ниндәй ҙә формаль критерийҙар билдәләмәне. Шуға күрә өс йәштән 15 йәшкә тиклемге балаһы булған Рәсәй ғаиләһе ошо ярҙамға эйә булыу өсөн “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы йәки Пенсия фонды бүлексәһе аша арауыҡта ғариза менән мөрәжәғәт итә ала. Аҡса 1 июндән түләнә башлай, – тине депутат.
https://ashkadar.rbsmi.ru/articles/sotsial-ya-lau/R-mzil-Ish-arin--27-million-bala-a-yar-am-k-r-tel-s-k-268059/
Читайте нас: