Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
14 Май 2020, 21:19

Район хакимиәте башлығы карантиндағыларҙың хәлен белде

Билдәле булыуынса, республикала барлыҡ социаль учреждениелар, шул иҫәптән Яңы Павловка ауылындағы социаль приют та, 20 апрелдән карантинға ябылды. Әле унда 19 бала һәм 7 хеҙмәткәр “бикләнгән”. Кисә район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов приютта булып, карантиндағыларҙың хәл-әхүәлен белеште. Аралашыу, әлбиттә, бикле ҡапҡа аша ғына барҙы. “Азия” магазины биргән күстәнәстәр ҙә контактһыҙ юл менән тапшырылды.Ә бөгөн Дәмин Марат улы Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһының инфекция бүлеге хеҙмәткәрҙәрендә “булып” китте. Районда коронавирус менән хәл-тороштоң тотороҡло булмауы был бүлектә эшләүселәрҙең тормошона ла ҡағылмай ҡалманы. Ете хеҙмәткәр: табип, шәфҡәт туташтары һәм санитаркалар өйҙәренән, ғаиләләренән айырылып, ике аҙна буйы эш урынында ҡалырға мәжбүр. Район башлығы уларҙың да хәлдәре, кәйефтәре менән ҡыҙыҡһынып, райпо әҙерләгән күстәнәстәрҙе тапшырҙы.

Билдәле булыуынса, республикала барлыҡ социаль учреждениелар, шул иҫәптән Яңы Павловка ауылындағы социаль приют та, 20 апрелдән карантинға ябылды. Әле унда 19 бала һәм 7 хеҙмәткәр “бикләнгән”. Кисә район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов приютта булып, карантиндағыларҙың хәл-әхүәлен белеште. Аралашыу, әлбиттә, бикле ҡапҡа аша ғына барҙы. “Азия” магазины биргән күстәнәстәр ҙә контактһыҙ юл менән тапшырылды.
Ә бөгөн Дәмин Марат улы Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһының инфекция бүлеге хеҙмәткәрҙәрендә “булып” китте. Районда коронавирус менән хәл-тороштоң тотороҡло булмауы был бүлектә эшләүселәрҙең тормошона ла ҡағылмай ҡалманы. Ете хеҙмәткәр: табип, шәфҡәт туташтары һәм санитаркалар өйҙәренән, ғаиләләренән айырылып, ике аҙна буйы эш урынында ҡалырға мәжбүр. Район башлығы уларҙың да хәлдәре, кәйефтәре менән ҡыҙыҡһынып, райпо әҙерләгән күстәнәстәрҙе тапшырҙы.
Читайте нас: