“Ейәнсура таңдары” – ул беҙҙең тыуған яғыбыҙҙың, бала сағыбыҙҙың бер өлөшө. Почта килгәнен күрһәк – кемуҙарҙан йүгереп сығып, гәзитте алып, әсәйебеҙгә индереп бирә инек. Бына бөгөн – изге Рамаҙан айында, Халыҡ-ара ғаилә көнөндә ҡулыма ҡәләм алырға мәжбүр итте шул “Ейәнсура таңдары”.
Бала саҡта өлкән инәй-олатайҙарҙың “Баланың буйын үҫтерһәң дә, аҡылын үҫтереп булмай”, тигән һүҙҙәрен ишетеп, уйлана, шул борсолоуға яуап эҙләнем.
Һүҙем – атайым һәм әсәйем – ғүмере буйы Ейәнсура районы Биштирәк ауылында йәшәүсе Айҙар Шәйхетдин улы һәм уның терәге Хәлиҙә Ғилметдин ҡыҙы Бикташевтар хаҡында булыр. Улар беҙ иҫ белгәндән дин тоталар, биш ваҡыт намаҙҙарын һис кисектермәй, уҡып киләләр. Бала сағыбыҙ дин тәрбиәһендә үтте.Йортобоҙҙа һәр саҡ тыныслыҡ булды. Иртәнсәк атайыбыҙҙың аҙан әйткән тауышына уянып китәбеҙ ҙә, һәүетемсә генә доғалар уҡыған тауышын тыңлап ята инек. Өйгә таралған тәмле еҫтәрҙән әсәйебеҙҙең иртәнге сәй әҙерләүен тойоп, йоҡонан тора инек. Бер хәсрәтһеҙ бала сағыбыҙ!
Ә бит беҙ бала саҡта атай менән әсәйҙең тормоштары еңелдән булманы. Колхоз-совхоздар тарҡалған осорҙа халыҡты эшһеҙлек, аҡсаһыҙлыҡ интектерҙе. Балаларҙы кейендерергә, ашатыр-эсеререр кәрәк. Айлыҡ килем бөтөнләй булманы. Ни эшләптер малыбыҙ ҙа йыл да ҡазаланды ла торҙо. Һынау булғандыр инде.
Шул ауыр ваҡыттарҙы атайым менән әсәйембергә йырып үтте. Нинәй генә ҡаршылыҡтар булмаһын, беҙҙе тейешенсә тәрбиәләргә тырыштылар, эшкә өйрәттеләр. Беҙҙе – дүрт баланы ныҡлы аяҡҡа баҫтырып, оло тормошҡа сығарҙылар. Иманлы итеп үҫтерергә бөтә көстәрен һалдылар. Шуғалыр ҙа балалары бөтәбеҙ ҙә төҙәтә алмаҫлығ хаталарҙан йыраҡ булдығ, Аллаға шөкөр!
Хата – әҙәм балаһына хас, әммә ата-әсәйебеҙҙән алған тәрбиә беҙҙе һәр ваҡыт дөрөҫ юлдарға этәрҙе, йәшәргә көс биреп, беҙҙе илһамландырып торҙо. Бөгөн беҙ һәр беребеҙ ғаиләле, матур, етеш тормошта балалар үҫтерәбеҙ, Әлхәмдүлиллаһ! Ҡәҙерлеләребеҙгә рәхмәтебеҙҙең сиге юҡ! Бары тик һеҙҙең өгөт-нәсихәттәрегеҙ ярҙамында тормоштоң оло һынауҙары алдында юғалып ҡалманыҡ.
Бөгөн, изге Рамаҙан айының һуңғы ун көнөнөң береһе. Белеүебеҙсә ошо осорҙа Ҡәҙер кисе – теләктәр ҡабул була торған кис. Ата-әсәйемә оло рәхмәтемде белдереп, уларға ныҡлы һаулыҡ, таҙалыҡ, иман байлығы теләр инем. Һаман да шулай бер-берегеҙгә терәк-таяныс булып ҡалығыҙ. Бәхетле, оҙон, тигеҙ ҡартлыҡ насип булһын! Бар ғүмерегеҙҙе изгелек ҡылып, иманлы, динле йәшәнегеҙ. Бер кемдең дә бәләһенән, ҡайғыһынан ситтә ҡалманығыҙ, һәр саҡ ярҙамсыл булдығыҙ.Тирә-яҡта һеҙҙе күптәр шул сәбәпле беләләр һәм тыныйҙар. Аяттар, мәйет тәрбиәләп оҙатыу, балаға исем ҡушыу, никах уҡыуҙар – һеҙҙең иңегеҙҙә. Һеҙҙең эргәгеҙҙә булған һәр кем Аллаһы Тәғәләне иҫенә алырға мәжбүр. Иман нурҙары һибеп йәшәйһегеҙ, Әлхәмдүлиллаһ! Аллаһы Раббыбыҙ һеҙҙе үҙ ниғмәттәре менән бүләкләһен, Ин ша Аллаһ!
Һүҙемде йомҡаҡлап шуны әйткем килә. Оят бар ерҙә – әҙәп бар, әҙәп бар ерҙә – иман бар. Һәр ата-әсәнең иманы барҙа ғына баланың аҡылын үҫтереп була.
Бөтә балалары исеменән Хәйбулла районы Бүребай ауылынан Гүзәл Байсурина.