"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
15 Май 2020, 12:00

#ғаиләм_ҡәлғәм #флешмоб

“Ир уңғаны ҡапҡанан ингәс, ҡатын уңғаны ишектән кергәс”- тигән әйтем бар халыҡта. Районыбыҙҙың Ҡужабаҡ ауылында йәшәүсе Иҫәнгилде һәм Клара Сибәғәтовтарҙың урам ҡапҡаһынан инеү менән был йортта эшһөйәр кешеләр йәшәүен күрәһең. Ишек алдында ҙур һәм матур итеп төҙөлгән өй, гараж, сәйхана ҡаршылай.

“Ир уңғаны ҡапҡанан ингәс, ҡатын уңғаны ишектән кергәс”- тигән әйтем бар халыҡта. Районыбыҙҙың Ҡужабаҡ ауылында йәшәүсе Иҫәнгилде һәм Клара Сибәғәтовтарҙың урам ҡапҡаһынан инеү менән был йортта эшһөйәр кешеләр йәшәүен күрәһең. Ишек алдында ҙур һәм матур итеп төҙөлгән өй, гараж, сәйхана ҡаршылай. Йорт хужаһы Иҫәнгилде Ҡужан улы Сибәғәтов яҡын тирәлә тимер оҫтаһы булараҡ билдәле. Оҫта шулай уҡ оҙаҡ йылдар “Инәк” совхозында механизатор булып эшләгән. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан ул бер нисә йыл инде үҙ көсө менән төҙөкләндереп алған МТЗ тракторы менән ауылдаштарына йәй көнө бесән саба, йыя һәм ташып бирә. Тирә-яҡтан машина прицептарын эшләүгә һәм тимерҙе иретеп йәбештереү буйынса заказдар ҡабул итә.
Клара Йыһанша ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡансы Ҡужабаҡ башланғыс мәктәбендә аш бешереүсе һәм иҙән йыуыусы булып эшләгән. Тирә-яҡта шулай уҡ ҡот ҡойоусы, массаж эшләүсе апай тип тә беләләр. Ауыл мәсетенең асҡысын да ауылдаштары ышанып тапшырған уға. Өй эсенә килеп инһәң һәр ерҙә тәртип, иҫ киткес бөхтәлек, бүлмә гөлдәре үҫә, зауыҡ менән йыһазландырылған бүлмәләр. Ҡужабаҡ ауылына килеп төпләнгәнсе был ғаиләнең тормошо еңелдән булмай.
Иҫәнгилде Ҡужан улы – Ырымбур өлкәһенең Воздвиженка ауылында күп балалы ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килә. Аталары вафат булғас әсәһе үҙенең тыуған Башҡорт Үргене ауылына балалары менән ҡайтып йәшәй башлай. Иҫәнгилде әсәһенә ярҙам итер өсөн 9 кластан һуң колхозда эш башлай. Мораҡ училищеһында механизаторға уҡып ҡайтҡас тракторға ултыра. 1977 йылда армия сафтарына алына.
Клара Йыһанша ҡыҙы – Байыш ауылында күп балалы ғаиләлә үҫә. 9 класты тамамлағас Ейәнсура районынан бер нисә ҡыҙ менән бергә ФЗО –ға Мәскәү ҡалаһы янындағы ҡалаға тегенсегә уҡырға бара һәм йыл ярым уҡығас шул ҡалала эш башлай.
“Яҙмыштан уҙмыш юҡ”- ти халыҡ, райондаш ҡыҙҙар араһында буласаҡ тормош иптәшенең һеңлеһе Мәрйәм менән дуҫлаша. Уның ағаһының армиянан килгән фотоһын күргәс әхирәтен аптыратып: “Ағайың миңә өйләнәсәк”-ти. “Юҡ, уның йөрөгән ҡыҙы бар, армияға оҙатып ҡалды. Ағайым уны бик ярата”-ти Мәрйәм әхирәте. Клара “Мине еңгәй иткең килмәйме ни?”-тип көлә әхирәтенән. Яҙ көнө армиянан ҡайтып килгән Иҫәнгилде һеңлеһен күрергә тип уларға ҡунаҡҡа инә һәм Клара менән таныша. Иҫәнгилде ҡайтып китә һәм колхозда механизатор булып эшен дауам итә. Йәштәр хат яҙышалар, бынан һуң Клара тыуған яҡтарына ҡайта. 1979 йылдың 19 майында Байыш ауылында никах була, 15 июнь көнө шаулап – гөрләп туй үтә.
Үрген ауылына килен булып төшкәс Клара балалар баҡсаһына завхоз булып эш башлай. Шул осорҙа Иҫәнгилденең бер туған ағаһының эшкә саҡырыуы буйынса йәш ғаилә Ҡаҙағстандың Ҡарҡаралы ҡалаһына күсеп китәләр. Иҫәнгилде барыу менән урман хужалығының К-700 тракторына ултырып эш башлай. Уның тырыш хеҙмәтен баһалап уға бик күп грамоталар бирәләр, гәзиттәрҙә яҙалар, миҙал менән наградлана.
Ғаиләне йәмләп бер – бер артлы дүрт ул донъяға килә. 90-сы йылдарҙағы ауырлыҡтарҙы еңергә уларҙың уңғанлығы ярҙам итә, әсәй кеше улдарына кейемдәрҙе үҙе тегеп кейҙерә. Ғаилә башлығы аҙналар буйы тракторҙа урмандағы ағас эшендә алһыҙ-ялһыҙ эшләй. Аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ башланғас ғаилә ябай ауыл мейесендә икмәк бешереп һата башлайҙар. Көнөнә бер нисә тапҡыр икмәк бешерә Клара Йыһанша ҡыҙы. Береһенән - береһе бәләкәй улдарын шул ваҡытта хеҙмәткә, яуаплыҡҡа өйрәтә улар. Сөнки ике ҙур улының өҫтөндә был икмәкте магазиндарға, ашханаларға таратыу, ата-әсә эштә саҡта һатыу һәм бәләкәй ҡустыларын ҡарау була. Урман хужалығынан бирелгән өйҙө матурлап, төҙөкләндереп ала йәш ғаилә, тырышлыҡтары арҡаһында балалары ла артыҡ ауырлыҡ күрмәй үҫә. Шулай ҙа сит яҡтарҙа нисек кенә яҡшы булмаһын тыуған яҡтар үҙенә тарта. 1995 йылда ғаилә йорттарын һатып Башҡортостанға ҡайталар. Клараның ата-әсәһенән ҡалған йортҡа ҡайтып төпләнәләр, икеһе лә эшкә төшәләр: Иҫәнгилде “Ҡаҫмарт”колхозына механизатор, ә Клара Байыш урта мәктәбенә йыйыштырыусы булып. Өлкән улдары 11 класты, икенсеһе 9 класты тамамлағас “Инәк” совхозы директоры саҡырыуы буйынса йыйылған донъяларын 4 “Камаз” машиналарына тейәп һыуыҡ көҙ көнө Ҡужабаҡ ауылындағы иҫке генә өйгә күсеп киләләр. Улар шулай итеп был иҫке өйҙө үҙ көстәре менән ҡыш сығырлыҡ хәлгә килтереп алалар, мунса төҙөйҙәр. Үҙҙәре менән алып килгән бер машина утын ҡыш буйына етә.
Күркәм ғаилә дүрт ул үҫтереп үҙ аллы тормош юлына сығарҙы. “Атанан күргән уҡ юнған”-ти халыҡ мәҡәле. Сибәғәтовтарҙың дүрт улы ла ата-әсәһенең өмөттәрен аҡлап, уҡып сығып, ғаилә ҡороп был тормошта үҙ юлдарын таптылар. Өлкән улдары Азамат бәләкәй саҡтан атаһының янында була, уҡыусы саҡтан уҡ тракторҙа йөрөргә өйрәнә. Армия сафтарына киткәнсе үк К-700 тракторында атаһының ярҙамсыһы булып эшләй, аҙаҡ хеҙмәт итеп ҡайтҡас эшен дауам итә. Атаһының юлын дауам итеп, ун йыллап механизатор булып эшләй. Әлеге ваҡытта ғаиләһе менән Стәрлетамаҡ районының Наумовка ауылында йәшәй. Икенсе улдары Салауат Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағас Стәрлетамаҡ районында уҡытыусы, аҙаҡ директор булып эшләй. Әлеге ваҡытта ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында йәшәй һәм юғары категориялы уҡытыусы. Өсөнсө улдары Вадим Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл ҡалаһына ғаиләһе менән күскән һәм хәрби контракт буйынса хеҙмәт итә. Кинйә улдары Илгиз Стәрлетамаҡ педагогия колледжын тамамлағас, Өфө ҡалаһына күсә. Ситтән тороп юғары уҡыу йортона уҡырға инә һәм шәхси типографияла эшләй башлай. Әлеге ваҡытта юғары уҡыу йортон тик яҡшы билдәләренә тамамлап ҡулына диплом алды. Байрам, ял һайын тиерлек төп йортҡа дүрт улы, килендәре һәм 10 ейән-ейәнсәрҙәре “ҡартатай – ҡәрсәй” тип һағынышып ҡайталар. Балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре ҡайтҡан ваҡытта Иҫәнгилде менән Клара Сибәғәтовтарҙың өй эсе, ишек алды тағы ла йәмләнеп китә.
Хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан тик тормай Сибәғәтовтар: күпләп мал, ҡош-ҡорт аҫырайҙар, баҡса үҫтерәләр. Илебеҙҙә ошондай үрнәк булырлыҡ өлгөлө ғаиләләр күберәк булһын ине.

ВЕНЕРА СИБӘҒӘТОВА, СТӘРЛЕТАМАҠ РАЙОНЫ НАУМОВКА АУЫЛЫ.

Читайте нас: