Фитыр саҙаҡаһы Рамаҙан айында бирелә. Дин әһелдәре, саҙаҡаның был төрө айҙың аҙағында бирелергә тейеш, тигән фекерҙе яҡлай. Бигерәк тә Ураҙа байрамы көнөндә таң менән фитыр саҙаҡа биреү шәп. Был ябай ғына аңлатыла: саҙаҡа ярлыларға бирелә, ярлылар байрам көнөндә хәйер һорап йөрөмәһен, матур итеп байрам итһен өсөн шарттар тыуҙырырға кәрәк.
Саҙаҡаны биреүҙән бер кем дә азат түгел, ауырыу кеше өсөн дә, яңы тыуған сабый өсөн дә фитыр саҙаҡаһы бирелергә тейеш һәм был саҙаҡаны биреүҙән бер ниндәй шарттар ҙа азат итмәй. Әммә был мөһим эште Ураҙа байрамына тиклем башҡарып ҡуйырға кәрәк. Ураҙа байрамынан һуң бирелгән саҙаҡа фитыр саҙаҡаһы түгел, хәйер генә була. Мөхәммәт бәйғәмбәр ғәләйһиссәләм: “Рамаҙан айында ураҙа тотоу ер менән күк араһында аҫылынып тора һәм фитыр саҙаҡаһын биргәс кенә Аллаһы Тәғәләгә күтәрелә”, – тип әйткән.
Фитыр саҙаҡаһы биргән кеше өсөн дә, йәмәғәтселек өсөн дә файҙалы. Уны биреүсе эстән таҙарына. Нимә генә тиһәң дә, Ер шарында бер ҙә гонаһһыҙ кешеләр юҡтыр.
Йәмәғәтселеккә файҙа килтереү тураһында айырып әйтергә кәрәк. Фитыр саҙаҡаһын алған кеше биреүсе менән бергә бәхет кисерә, туйып ҡала, саҡ ҡына булһа ла мөлкәтле була. Байрам ваҡытында башҡалар менән тиң табын ҡора, кәмһенмәй.
Фитыр саҙаҡаһын мөмкинлеге булған, саҡ ҡына булһа ла килем алған бөтә мосолман да бирергә тейеш. Әгәр ғаиләлә бер генә кеше эшләй икән (мәҫәлән, ир), ул ҡатыны, ата-әсәһе, балалары өсөн дә фитыр саҙаҡаһын бирергә бурыслы. Шулай уҡ был саҙаҡаны үҙең ҡарарға бурыслы туғандарыңа биреүҙең дә файҙаһы юҡ, ул ысынлап та аҡсаға мохтажлыҡ кисергән кешегә бирелергә тейеш. Хатта әсә ҡарынында ятҡан сабый өсөн дә фитыр саҙаҡаһы биреүселәр бар, әммә был мотлаҡ түгел, теләйһең икән, бирергә мөмкин. Икенсе кеше өсөн фитыр саҙаҡаһын бирергә теләүсе был ниәте хаҡында хәбәр итергә һәм мотлаҡ ул кешенең ризалығын алырға тейеш.
Әгәр мосолман ауырыу йәки сәфәрҙә булғанлығы, ҡартлығы буйынса ураҙа тота алмаған икән, ул да шулай уҡ фитыр саҙаҡаһын бирергә тейеш.
Фитыр саҙаҡаһының Рамаҙан айында яңылыш ҡына башҡарылған гонаһтарҙан арындырыуы билдәле. Әммә был фитыр саҙаҡаһын биреүсе мотлаҡ гонаһлы булырға тейеш тигәнде аңлатмай.
Хоҙай Тәғәлә кешегә көсө етмәҫлек бурыстар ҡуймай, шуға ла фитыр саҙаҡаһын бирә алмаусыларҙа бер гонаһ та, бурыс та юҡ.
Фитыр саҙаҡаһы ярлыларға бирелә, шуға ла уны аҡсалата биреү отошлораҡ булыр. Мохтаждар был аҡсаны үҙҙәренә кәрәгенсә тотона аласаҡ. Ҡайһы бер дин белгестәре, фитыр саҙаҡаһын аҡса менән бирергә ярамай, тип әйтә, әммә күпселек был фекер менән килешмәй. Аҙыҡ менән бирергә лә мөмкин, әммә ул тиҙ боҙола торғандан булмаһын. Саҙаҡа шәкәр йәки тоҙ менән дә бирелергә тейеш түгел. Ни тиһәң дә, былар аҙыҡ булыуҙан бигерәк тәмләткес булараҡ билдәләнә. Кемгәлер саҙаҡа менән биргәнһегеҙ икән, кеше уны бешереп, табынға ҡуйып, ашарлыҡ булһын.
Беҙҙә саҙаҡаны берәй ҡарт кешегә генә биреп ҡуйыу киң таралған, әммә был бер ҙә дөрөҫ түгел, саҙаҡа алған ҡарт кешенең дә аҡсаға мохтаж булыуы мотлаҡ. Фитыр саҙаҡаһын үҙең таҙарыныу, мотлаҡ үтәлергә тейешле эште башҡарыу өсөн генә түгел, ә кемгәлер ярҙам итеү өсөн дә бирәләр.
Мосолман фитыр саҙаҡаһын Ураҙа байрамын ҡаршылаясаҡ урында бирергә тейеш, саҙаҡаны ситкә ебәреү был урында бер генә ярлы кеше лә булмағанда ғына мәғәнәле. Әлбиттә, мосолмандар саҙаҡаны мосолманға бирә. Кемдер берәү урамда, баҙарҙа хәйер һорап торһа, уға фитыр саҙаҡаһын бирергә мөмкин, әммә был кешенең мосолман икәнлеген белеү мотлаҡ. Шулай ҙа хәйер, саҙаҡа биреү өсөн лайыҡлы мосолмандарҙы эҙләү отошлораҡ. Әгәр һеҙ бер кешегә, уның мосолман икәнлеген белмәйенсә, фитыр саҙаҡаһын биргәнһегеҙ икән, гонаһ һеҙҙә түгел. Хоҙай Тәғәлә кешене эшенә түгел, ниәтенә ҡарап баһалай. Иң мөһиме саҙаҡа алған кеше ысынлап та мохтаж булып, ул алған саҙаҡаһына шатланырға, ҡыуанырға тейеш.
Фитыр саҙаҡаһы бер кеше өсөн 2,4 килограмм бойҙай хаҡы тип билдәләнә.
Диндән яҙғандар, кафырҙар фитыр саҙаҡаһын бирергә тейеш түгел. Һәр хәлдә, бындай категорияға ҡарағандар саҙаҡа бирергә тейеш тип бер генә урында ла яҙылмаған.
Фитыр саҙаҡаһы ла, зәкәт шикелле үк, йылға бер мәртәбә бирелә. Байлығы булған һәр мосолманға биреү мөһим. Балаларҙың фитырын ата-әсәһе бирергә тейеш.
Быйылғы иҫәпләп сығарылған күләме: хәллеләргә – 100 һум, уртаса йәшәгән хәллеләргә – 200 һум һәм бай йәшәгәндәргә 700 һумдан билдәләнгән.
Айгөл Ҡылысбаева әҙерләне.
Материалдар интернет селтәренән алынды һәм хажи Фәрит хәҙрәт Вәлиев менән килешеп баҫтырылды.