"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
16 Май 2020, 12:04

Башҡортостанда Халыҡ-ара ғаилә көнөндә 26 пар өйләнешкән

15 майҙа Башҡортостан ЗАГС-тарында 26 пар никахтарын теркәгән, уларҙың 11-е – Өфөлә. Кейәүҙәр һәм кәләштәр яңы коронавирус пандемияһынан ҡурҡып тормаған, битлек һәм бирсәткә кейеп, Халыҡ-ара ғаилә көнөндә үҙҙәренең тәүге ғаилә документын алырға килгән.

«Коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн ЗАГС бүлексәләрендә сикләү саралары күрелгән, никахтар ҡунаҡтарһыҙ теркәлә. Бөгөн бөтә бәхетле парҙарға «Беҙ Халыҡ-ара ғаилә көнөндә өйләнештек» тигән ҡотлау открыткалары тапшырылды», — тип хәбәр иттеләр республика Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.
Читайте нас: