Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
16 Май 2020, 15:00

#файҙалы_кәңәш

Бәпембә, салмабаш (русса: одуванчик лекарственный, латинса: Тaraxacum officinale Wigg) — күп йыллыҡ үлән үҫемлек. Ул нимәгә файҙалы?

Бәпембә апрель-июнь айҙарында һары сәскә ата, емеше май-июнь айҙарында өлгөрә. Бәпембә тау биттәрендә, ялан-аҡландарҙа, юл буйҙарында, ташландыҡ ерҙә үҫә. Республикабыҙҙа киң таралған үҫемлек.
Бәпембә тамыры составында инулин, гликозид, алма кислотаһы, минераль тоҙҙар һ.б. биологик актив матдәләр бар. Шуға ла халыҡ медицинаһында, нигеҙҙә, тамыры ҡулланыла. Ул май айында йәки август-сентябрҙә ҡаҙып алына. Тамырҙы һалҡын һыуҙа йыуғандан һуң ҡоро урында, күләгәлә киптерелә. Бәпембә тамырынан әҙерләнгән төнәтмәне аппетит юғалғанда, бауыр һәм үт ҡыуығы шешкәндә, нервылар ҡаҡшағанда, подагра сире булғанда, бөйөрҙәр тарафынан бәүел бүленеүе насарайғанда, эс ҡатҡанда ҡулланырға кәңәш ителә.
Халыҡ медицинаһында имеҙгән әсәләргә һөттәре артһын өсөн дә бәпембә тамыры төнәтмәһен эсергә кәңәш ителә. Төнәтмәне әҙерләү: 1 аш ҡалағы киптереп ваҡланған тамырын 2 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 30-40 минут тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр, ашар алдынан 20-30 минут элек, 2-3 аш ҡалағы эсергә тәҡдим ителә.

Бәпембә тамыры төнәтмәһен эселмәй торған дауа булараҡ та файҙаланырға ярай. Был осраҡта төнәтмә көслөрәк итеп әҙерләнә (1 аш ҡалағы ваҡланған тамыры 1 стакан ҡайнар һыуға тура килһен). Шулай әҙерләнгән төнәтмәне иртәле-кисле (бер нисә көн) һипкелле биткә һөртөү файҙалы. Яңы өҙөп алынған бәпембә үләне һабағынан сыҡҡан һутты һөйәлде, тиренең һөйәлләнеп ҡатҡан еренә һөртөп дауалайҙар: иртәле-кисле 3-5 көн һөртөргә кәңәш ителә.
Япрағын да файҙаланып була. Бәпембә япрағы туҡланыуҙа ла урын тапҡан. Унан әҙерләнгән салат тәмле лә, шифалы ла. Аяҡ-ҡул һыҙлағанда, организм витаминдарға ярлыланғанда бигерәк тә файҙалы.
ҠУЛЛАНЫР АЛДЫНАН ТАБИП МЕНӘН КӘҢӘШЛӘШЕГЕҘ!
Читайте нас: