Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
18 Май 2020, 15:00

#аш_һыу

Төшкө аштарығыҙ тәмле булһын, төркөмдәштәр!Ә киске сәйгә француздарҙың бына ошондай "Cабле" печеньеһын бешерәргә тәҡдим итәбеҙ.

Француздарҙың "Cабле" печеньеһы.

Кәрәк була:

3 бешкән йомортҡаның һарыһы;
бер ҡап аҡ май;
4 ҡалаҡ шәкәр;
1/3 cәй ҡалағы тоҙ;
бер ҡалаҡ какао;
он - аҡ ҡамырға 140г тирәһе, какаолыһына - 130 г.

Әҙерләү:

Йомортҡаны бешереп алғас һарыһын айырып алып вилка менән иҙәбеҙ. Йомортҡаның ағы беҙгә кәрәкмәйәсәк. Йомшарған аҡ май, шәкәр, тоҙҙо иҙелгән йомортҡаға өҫтәп бутайбыҙ ҙа, был массаны ҡап уртаға бүлеп ике төрлө ҡамыр баҫабыҙ. Береһенә бер ҡалаҡ какао ҡушырға онотмағыҙ. Ике ҡамырҙы ла бер үк кенә итеп йәйеп (яҡынса 14х9 см) какаолы ҡамыр өҫтөнә ағын һалып, әҙерәк баҫырыңҡырап 20-30 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Шунан инде әҙер ҡамырҙы киңлеген бер иш кенә итеп 4 пластҡа ҡырҡып, икешәрҙән шахмат рәүешендә һалып печенье итеп ҡырҡырға ғына ҡала. Мейестә 180-190 градуста 15-20 минут тирәһе бешә.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
Читайте нас: