Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
18 Май 2020, 16:00

Ауыр юғалтыу

ХәтерКеше ғүмере һыуҙар булып аға,Күкрәп сәскә ата йәйҙәрен.Йондоҙ булып атыла ла һүнә,Тик ҡайтмай шул кире әйләнеп...Рәхим Йәнғәле улы төҙөлөш тармағында эшләгән йылдарында яҡты эҙ ҡалдырҙы. Районда һәм унан ситтә тиҫтәләгән социаль учреждениелар һәм производство объекттары – өйҙәр, мәктәптәр, балалар баҡсалары, мәҙәниәт йорттары, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары, ғөмүмән, кешеләр өсөн хеҙмәт итеүсе байтаҡ объекттар төҙөлдө йә ремонтланды.

Хәтер
Кеше ғүмере һыуҙар булып аға,
Күкрәп сәскә ата йәйҙәрен.
Йондоҙ булып атыла ла һүнә,
Тик ҡайтмай шул кире әйләнеп...
Район йәмәғәтселеге ауыр юғалтыу кисерҙе – 3 майҙа 62-се йәшендә КИРӘЕВ РӘХИМ ЙӘНҒӘЛЕ УЛЫ ҡапыл вафат булды.
Ғүмерен районға хеҙмәт итеүгә арнаған бик һәйбәт кешенең, үҙ районы патриотының, яҡшы иптәш һәм хеҙмәттәштең йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Ул тәрән ихтирам ҡаҙанған ышаныслы иптәш ине. Уның үлеме – беҙҙең өсөн оло ҡайғы, беҙ яҡын, ҡәҙерле кешебеҙҙе юғалттыҡ.
Рәхим Кирәев 1958 йылдың 3 авгусында Ейәнсура районының Ибрай ауылында донъяға килә. 1988 йылда Өфө нефть институтын тамамлағандан һуң Саҡмағош районында төҙөлөш һәм архитектура өлкәһендә эшләй. 1995 йылда «Башводмелиорация» ДУП-ының Иҫәнғол участкаһына начальник итеп тәғәйенләнә.1996-98 йылдарҙа шәхси эшҡыуар була. 1998 йылдың октябрендә “Сельстрой” ДО-һы директоры итеп тәғәйенләнә, 2004 йылдың ғинуарынан 2013 йылдың декабренә тиклем – “СК Зауралье” ЯСЙ-һы директоры. Артабанғы йылдарҙа “Зодчий” һәм “Гарант” ЯСЙ-ларына етәкселек итә.
Төҙөлөш тармағында эшләгән йылдарында яҡты эҙ ҡалдырҙы. Районда һәм унан ситтә тиҫтәләгән социаль учреждениелар һәм производство объекттары – өйҙәр, мәктәптәр, балалар баҡсалары, мәҙәниәт йорттары, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары, ғөмүмән, кешеләр өсөн хеҙмәт итеүсе байтаҡ объекттар төҙөлдө йә ремонтланды.
Үҙенә ышанып тапшырылған эштең барлыҡ участкаларында Рәхим Йәнғәле улы фиҙаҡәр эшләне, дәртләнеп тотондо, үҙен абруйлы, маҡсатлы, булдыҡлы, шыҡышмал етәксе итеп танытты. Эшкә яуаплы ҡарауы, үҙенә лә, башҡаларға ла талапсан булыуы, мөһим бурыстарҙы үтәүгә кешеләрҙе йәлеп итә белеүе менән һәр саҡ айырылып тора. Ул һәр береһенә ярҙам итергә тырыша, шуға ла уны барыһы ла белә, ихтирам итә.
Тормоштоң уртаһында ҡайнай, әүҙем йәмәғәтсе булып таныла. Бер нисә тапҡыр район Советы депутаты булып һайлана, һайлаусыларының проблемаларын ентекле өйрәнеп, ыңғай хәл итергә тырыша – уның һүҙе эш-ғәмәлдәренән бер ваҡытта ла айырылмай.
Бик һәйбәт кеше, талантлы етәксе Кирәев Рәхим Йәнғәле улы тураһында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

Д.Юланов, Т.Иҙрисов, Т.Аҡбутин, М. Байгилдина, М.Ваһапов, М. Мөхәмәтов, Б.Хәбибуллин, Т.Хужәбәков, С. Йәрмөхәмәтов, Р. Мәсәғүтов.
Читайте нас: