Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
18 Май 2020, 19:45

#ппми

Ҡужанаҡ ауылы халҡы үткән йылда ауылда балалар өсөн уйын майҙансығы төҙөү мөһимлеге хаҡында фекер алышып, был эште урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә башҡарырға килешкәйне. Инициатив төркөм төҙөлөп, аҡса йыйыу, бағыусылар йәлеп итеү кеүек эштәр күптән башҡарылһа ла, ниәтте тормошҡа ашырыу мөмкинлеге сыҡмайыраҡ торҙо.Ниһайәт, үткән аҙнала Ҡужанаҡ ауылы халҡы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өмәгә сығып, балалар уйын майҙансығын урынлаштырып та ҡуйҙы. Балаларҙың йәйге ялы башланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды, тимәк тиҙҙән был сағыу майҙансыҡ кескәйҙәрҙең яратҡан ял урынына әйләнәсәк.

Ҡужанаҡ ауылы халҡы үткән йылда ауылда балалар өсөн уйын майҙансығы төҙөү мөһимлеге хаҡында фекер алышып, был эште урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә башҡарырға килешкәйне. Инициатив төркөм төҙөлөп, аҡса йыйыу, бағыусылар йәлеп итеү кеүек эштәр күптән башҡарылһа ла, ниәтте тормошҡа ашырыу мөмкинлеге сыҡмайыраҡ торҙо.
Ниһайәт, үткән аҙнала Ҡужанаҡ ауылы халҡы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өмәгә сығып, балалар уйын майҙансығын урынлаштырып та ҡуйҙы. Балаларҙың йәйге ялы башланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды, тимәк тиҙҙән был сағыу майҙансыҡ кескәйҙәрҙең яратҡан ял урынына әйләнәсәк.
Читайте нас: