Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
19 Май 2020, 11:00

Бөгөн - Ҡәҙер кисе!

Рәсүлүллаһ ғәләйһиссәләм әйткән: «Ҡәҙер кисәһен эҙләүсе кеше уны егерме етенсе төнөндә эҙләһен» (Бохари) Ҡәҙер кисе ҡасан була, ниндәй доға уҡырға һәм башҡа мәғлүмәттәр менән сайтта таныша алаһығыҙ.

Ҡәҙер кисе ҡояш байыу менән башлана, таң атҡансы дауам итә.

Ҡәҙер кисе уҡыла торған доға
Рәсүлүллаһ ғәләйһиссәләм Ғәйшә анабыҙға, Аллаһ унан риза булһа ине, был кисәлә уҡыу өсөн ошо доғаны өйрәткән:
اللَّهُمَّ إنَّك عَفُوٌّ تُحِبُّ الْعَفْوَ فَاعْفُ عَنِّي
«Аллааһүммә иннәкә ғәфүүн түхиббүл ғәфүә фәғфү ғәннии».
(Аллаһым! Һин ғәфү итеүсеһең, ғәфү итеүҙе һөйәһең, мине ғәфү ит!)

Ҡәҙер кисе ҡасан була?
Рәсүлүллаһ ғәләйһиссәләм әйткән: «Ҡәҙер кисәһен эҙләүсе кеше уны егерме етенсе төнөндә эҙләһен» (Бохари)
Әбү Зәрр, Аллаһ унан риза булһа ине: «Беҙ, Рамаҙан айында Рәсүлүллаһ ғәләйһиссәләм менән бергә ураҙа тотҡанда, ураҙаның һуңғы ете көнө ҡалғайны һәм егерме өсөнсө төнгә ҡаршы, ул беҙҙең янға төн уртаһында намаҙ уҡырға сыҡты. Төндөң егерме дүртенә ҡаршы ул беҙҙең янға сыҡманы, ә егерме бишенә ҡаршы төн уртаһында сыҡты.

Шунан мин уға: «Рәсүлүллаһ! Бәлки һиңә төнгө намаҙҙы үткәрергәлер», — тинем.
Рәсүлүллаһ ғәләйһиссәләм: «Әгәр был төндө берәр кеше имамға эйәреп намаҙ уҡыһа, был — төнө буйы уҡыған намаҙға тиң була», — тип яуап бирҙе.
Рәсүлүллаһ ғәләйһиссәләм төндөң егерме алтыһына ҡаршы беҙҙең янға сыҡманы.
Төндөң егерме етеһенә ҡаршы ул үҙенең ҡатындарын, ғаилә ағзаларын һәм башҡа кешеләрҙе йыйҙы, һәм намаҙҙы шундай оҙаҡ итеп уҡыны, хатта беҙ сәхәр ашауҙы ҡалдырыуҙан ҡурҡтыҡ.
Ҡалған төндәрҙә ул беҙҙең янға сыҡманы», — тип риүәйәт ҡылған.(Бохари)

* «Ҡәҙер кисендә бер тапҡыр «Иннә әңзәлнәһү»("Ҡадр") сүрәһен уҡыған кеше башҡа ваҡыттарҙа Ҡөръән Кәримде даими уҡыусынан да һөйкөмлөрәктер»;
* «Ҡәҙер кисендә бер тәсбих “Сөбханаллаһ”, бер тәхмид “Әлхәмдүлилләһ”, бер тәһлил «Аллаһу Әкбәр»әйтеүсе минең янымда ете йөҙ мең тәсбих үә тәһлил әйтеүсенән ҡиммәтлерәктер»;
* «Был кисәлә көтөүсе һарыҡ һауып алған ваҡыт ҡәҙәр булһа ла ғибәҙәт иткән кеше (йәғни тиҙ генә намаҙ уҡып алған) бер ай дауамында бөтә кистәрҙе таңға тиклем ғибәҙәттә булыусынан да ҡиммәтлерәктер»;
* «Ҡәҙер кисендә өс тапҡыр «Ләә Иләәһә иллаллаһу» тип әйтеүсенең
-гөнаһтары кисерелер, ғәфү ителер,
-йәһәннәмдән ҡотолор;
-йәннәткә керер».
«Ҡәҙер кисендә «Ҡадер» сүрәһен уҡыған кеше Ҡөрьән Кәримдең дүрттән бер өлөшөн уҡыған кеүек булыр» (йәғни бының сауабына) ирешер
☘Ҡадр сүрәһе.☘
Әғүҙү билләһи минәш-шәйтаанир-ражиим.
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
1) Иннә әңзәлнәһу фии ләйләтил ҡадр.
2) Үә мәә әдракә мәә ләйләтүл ҡадр.
3) Ләйләтүл ҡадри хайруммминәл фишәһр.
4) Тәнәззәлүл мәләикәтү үәррууху фииһә би иҙни раббиһим миң күлли әмръ.
5) Сәләәмүн һийә хәттә мәтләғил фәджр.
????????????????????????????????????
"Хәҡиҡәт шулдыр — беҙ уны (Ҡөрьәнде) "Ҡәҙер кисендә" индерҙек.
"Ҡәҙер кисенең" нәмә икәнен һин беләһеңме?
"Ҡәҙер кисе" мең айҙан да хәйерлерәк.
Ул көндә фәрештәләр үә
Изге Рух (Ябраил) Раббының рөхсәте менән уның әмерҙәрен еренә еткерер өсөн бер-бер артлы инеп кенә торорҙар.
"Ҡәҙер кисе" — именлек кисе. Таң ата башлағанға саҡлы дауам итер».
Был кистең билдәһе шулдыр: илаһи ТЫНЛЫҠ булыр, хатта ағастағы бер япраҡ та һелкенмәҫ.

❤ Рамаҙан айы, йөрәгенең иң күркәм босмағында Ҡөръән индерелгән Ҡәҙер кисәһен йәшереп тота. Бер орлоҡтан үҫеп сыҡҡан ағаста меңләгән емештәр етешкән кеүек, Ҡәҙер кисәһенә лә мең ай йөкләнгән.
Был кисәлә әжер-сауаптар бергә-мең бәрәбәрендә яҙыла. Был кисәнең тулы ҡәҙерен һәм ҡиммәтен бары аслыҡтан нескәрә-нескәрә һиҙгерләнгән күңелдәр генә аңлай һәм тоя ала.
Мөбәрәк кистәрҙең иң ҡиммәтлеһе – Ҡәҙер кисе. Ул Рамаҙан шәриф айында булған бер кистә билдәләнә, тик ҡайһы кисендә булғаны теүәл генә әйтелмәгән. Шулай ҙа имам Әғзәм Әбү Хәнифә әйтеүенсә, Ҡәҙер кисе Рамаҙан айының 27-се кисендә була. Ҡәҙер кисе шулай уҡ Ҡеүәтте, Тәҡдирҙе аңлата. Шуныһы ла бар – был көндө шайтан бер кемгә лә зыян килтерә алмай, ул тулыһынса көсөнән яҙа.
Ҡөръән Кәримдә раҫланыуынса, Ҡәҙер кисе – йылдың иң файҙалы, иң ҡиммәтле кисе. Сөнки Ҡөрьән Кәрим Рәсүлебеҙгә нәҡ ошо кистә тапшырыла башлаған.
Читайте нас: