"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
19 Май 2020, 21:00

#һөнәрлеләр_беҙҙең_арала

Матурлыҡҡа ғашиҡ Рәшиҙә Аҡсурина буш ваҡытында ҡул эше менән булышырға ярата. Бығаса бәйләүҙе үҙ итһә, һуңғы ике йылда милли биҙәүестәр менән мауыға. Үҙенә күлдәк, камзул тегеп, ҡашмау һәм түшелдерек эшләгән. Инде оҫтабикә ейәнсәренә башҡорт кейеме тегеп кейҙереү ниәте менән йәшәй...

Буранғол ауылы ҡыҙы Рәшиҙә Аҡсурина 10-сы класты тамамлағас, Өфөлә хор училищеһында уҡый. Уны бөткәс сәнғәт юлын дауам итергә теләге булһа ла, атаһы өнәмәгәс, ситтән тороп кооператив техникумына уҡырға инә. Башта – райпола, унан райондың финанс бүлегендә, сбербанкта, йылылыҡ селтәрендә эшләй һәм мелиорацияның баш бухгалтеры булып, хаҡлы ялға сыға.
Мәктәптә уҡығанда уҡ агитбригада менән концерттар ҡуйып йөрөй:
- Етәксебеҙ Урал ағай Бикташев, Ғәлим ағай һәм Сәйҙә апай Байсуриндар, Гөлсинә Серегулова (йырсы), Таһир Тайсин (бейеүсе ) – ошо матур ағай апайҙар менән колхоздар буйлап баҫыуҙарҙа концерт ҡуя инек. Йәшлегем уларҙан аҡыл һәм дарман алып үтте, – тип иҫләй ул йылдарҙы Рәшиҙә апай.
Эшләй башлағас та эш араһында клуб сәхнәһенән төшмәй. 17 йыл ғүмере район мәҙәниәт йортоноң “Йырау” ансамбле составында үтә.
- Етәксебеҙ Земфира Хәким ҡыҙы Күләева-Әбдрәхимоваға ҙур рәхмәтлемен. Сөнки улымды юғалтҡас, иң ауыр ваҡытта саҡырҙы мине ансамблгә. Тормошомдан ҡәнәғәтмен, тормош иптәшем менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтерҙек, ике улым һәм ҡыҙыма өсөһенә лә юғары белем алырға ярҙам иттек. Һәр береһе хәҙер үҙ юлын табып ғүмер итә. Ҡыҙым-йыуанысым кейәүем менән аҡыллы, һөйкөмле ейәнсәремде үҫтереп килә. Һәр көнөм ғаиләмә, күҙ нурҙарым – балаларыма һаулыҡ, тәүфиҡ,бәхет теләп үтә, – ти Рәшиҙә апай.
Матурлыҡҡа ғашиҡ Рәшиҙә апай буш ваҡытында ҡул эше менән булышырға ярата. Бығаса бәйләүҙе үҙ итһә, һуңғы ике йылда милли биҙәүестәр менән мауыға. Үҙенә күлдәк, камзул тегеп, ҡашмау һәм түшелдерек эшләгән. Инде оҫтабикә ейәнсәренә башҡорт кейеме тегеп кейҙереү ниәте менән йәшәй.
Читайте нас: