Пионер – ул юл башлаусы. Алдан барыусыларҙы бер нимә лә ҡурҡытмай. Уларҙың рухын һындырыу мөмкин түгел. Пионер булыу, тимәк әүҙем булыу. Пионерҙар сафына баҫырға ҡарар итеп, беҙ уның ғүмерлеккә икәнлеген яҡшы аңлайбыҙ.
Беҙҙең – Иҫәнғолдоң Ф. Солтанов исемендәге мәктәбендә лә йыл һайын “Йәйғор” район балалар йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Фәүзиә Ҡаракенова (хәҙер ул хаҡлы ялда) менән 4-се кластарҙы Башҡортостан пионерҙары сафына ҡабул итә инек. Ҡыҙҙар-малайҙар ҙур тулҡынланыу менән девизды ҡабатлап, пионер анты бирәләр ине...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пандемияға сәбәпле, быйыл беҙ йәш дуҫтарыбыҙҙы мәктәбебеҙҙең “Алтын бал ҡорто” пионер ойошмаһына ҡабул итә алманыҡ. Беҙ был тантананы яңы уҡыу йылы башлағас, “Башҡортостан пионерҙары”ның тыуған көнөндә үткәрергә ниәтләйбеҙ.
Барығыҙҙы ла Пионерияның тыуған көнө менән! Маҡсаттарға ирешеүегеҙҙе, өлкәндәр һәм кескәйҙәр хаҡында хәстәрлекле булыуығыҙҙы һәм илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булыуығыҙҙы теләйем!
“Алтын бал ҡорто” пионер ойошмаһы етәксеһе Гөлмизан Мырҙабаева.