Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
20 Май 2020, 17:00

#Еңеүгә_75

Оло Еңеү байрамы етә башлаһа, күңелемдә бала саҡ хәтирәләре яңыра, сөнки был беҙҙең ғаиләлә иң көтөп алған көндәрҙең береһе була торғайны. Быйыл оло Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан ҡартатайым Батталов Рамаҙан Динислам улынан һәм өләсәйем Рәҡиә Хөснөтдин ҡыҙынан миңә мираҫ булып ҡалған орден-миҙалдарын, документтарын, ҡулъяҙмаларын, фотоальбомдарын, дуҫтары һәм туғандары менән яҙышҡан хаттарын ҡәҙерләп ҡарап сыҡтым...

Оло Еңеү байрамы етә башлаһа, күңелемдә бала саҡ хәтирәләре яңыра, сөнки был беҙҙең ғаиләлә иң көтөп алған көндәрҙең береһе була торғайны. Быйыл оло Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан ҡартатайым Батталов Рамаҙан Динислам улынан һәм өләсәйем Рәҡиә Хөснөтдин ҡыҙынан миңә мираҫ булып ҡалған орден-миҙалдарын, документтарын, ҡулъяҙмаларын, фотоальбомдарын, дуҫтары һәм туғандары менән яҙышҡан хаттарын ҡәҙерләп ҡарап сыҡтым. Үҙемдең балаларыма тағы бер тапҡыр уларҙың ҡарт ҡартаталары һәм ҡарт өләсәләре тураһында хәтирәләремде һөйләнем. Сөнки күберәк һөйләгән һайын балаларҙың хәтерендә нығыраҡ ҡала, ғорурлыҡ тойғоһо арта бара. Шул хаттар араһында күҙемә уртаға бөкләнгән дәфтәр биттәре салынды, мин уны асып уҡый башланым. Был ҡартатайымдың үҙенең ата-олаталары, ғаиләһе тураһында, һуғыш хәтирәләре яҙылған ҡулъяҙма булып сыҡты. Ҡулъяҙма төҙәтелеп, һыҙылып бөткән ине. Шул ҡулъяҙманы һеҙгә тәҡдим итәм.
Венера Сибәғәтова.
Стәрлетамаҡ районы Наумовка ауылы.

Ил яҙмышы ир ҡулында

Минең ҡартатайым Дәүләткирәев Арыҫланғәлебиш ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. 1914 йылда 1-се Донъя һуғышы башланғанда өс улы ла өйләнеп, ғаилә ҡорған була. Ҡартатайымды тыңлаусан һәм эшсән кеше тип белгәндәр. Ауыл муллаһы Баһауетдин Әйҙәпкилев үҙенең Себер язваһы менән ауырып үлгән һыйырының тиреһен тунап алырға ҡуша. Тыңлаусан ҡартатай барып тире тунағанда бысаҡты ҡулына эләктереп яралай һәм үҙе лә ауырый башлай. Күп тә үтмәй,12-13 көндән һуң донъя ҡуя. Был ваҡытта ҡартатайҙың биш улы ла һуғышҡа алынған була. Өлкән улы Иғҙислам олатай һуғыштан контузия алып, яраланып ҡайта. Ләкин оҙаҡ та йәшәмәй донъя ҡуя. Инәй ҙә оҙаҡ йәшәмәй вафат була. Икенсе олатай –Шәйхислам һуғышты тамамлап ҡайта. Өсөнсө олатайым Ғимаҙислам – һуғышта һәләк була. Ә минең атайым Динислам һуғыштан иҫән-һау ҡайтып, донъя көтә башлай. Ә атайҙың ҡустыһы йәғни бишенсе улы Фәхрислам Германияла әсирлектә була һәм һуңға ғына ҡайтып төшә.
Шәйхислам олатай, атайым Динислам һәм Фәхрислам ағайым тыуған ауылдары Ибрайҙа ғаилә ҡороп, тыныс ҡына йәшәй башлайҙар. Игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнәләр. 1928-1929 йылдарҙа Фәхрислам ағай – сауҙа эшендә, ә Шәйхислам олатай колхозда эшләй. Олатай һуңғараҡ колхоз рәйесе вазифаһын башҡара.
Иген уңмаған 1932-1933 йылдарҙа атайым Динислам балаларҙы асыҡтырмаҫ өсөн яңы ойошторолған “Инәк”совхозына эшкә күсә. Унда эш хаҡы һәм икмәк яғы мул була. Үҙенә йәйен-ҡышын күп эшләргә тура килһә лә, уның ҡарауы, балаларҙы аҫырауға мөмкинлек тыуа. Совхоз гурты Саҙалы йылғаһы буйында 1936 йылға тиклем урынлаша. 1937 йыл яҙ атайым ауылға кире ҡайта һәм колхозда эшләй, йәй көнө косилка менән бесән саба, ҡыш айҙарында ат менән бесән ташый.
Беҙҙең ғаиләлә ете ир бала үҫте. Мин ғаиләлә икенсе бала. 1939 йылда мин Байдәүләт ете йыллыҡ мәктәбен,1940-1941 уҡыу йылында Абзан урта мәктәбенең 8-се класын тамамлап ҡайттым. Ә Шәмсислам ағайым был ваҡытта колхозда эшләй башлағайны. 1941 йылдың 22 июнендә Ибрай ауылында һабантуй бара ине, немец фашистарының беҙҙең илебеҙгә ҡаршы һуғыш башлауын хәбәр иттеләр.
1941 йылдың көҙөндә Шәмсислам ағайымды армияға алдылар. Унан һирәкләп булһа ла хаттар килеп торҙо. 1942 йылдың июнь уртаһы ине. Ибрай ауылы халҡы бесәнгә төшөргә әҙерләнә. Атайым да үҙе эшләйәсәк косилкаһын иртә менән тимерлек янынан алып ҡайтып үләндәрҙе сабып ҡараны, майланы ла өй алдына алып килеп ултыртты. Һуңынан ҡамыт-сбруйҙарын рәткә килтерергә тотондо. Эш осоронда һәр төрлө тотҡарлыҡтар булмаһын өсөн ул үҙенең бөтә кәрәкле әйберҙәрен алдан әҙерләп ҡуя ине. Ошондай эш осоронда беҙ – малайҙар, һәр ваҡыт атайыбыҙға булышабыҙ: уның аттарын килтереп егергә ярҙам итәбеҙ, аттарҙы туғарғас, уларҙы ат көтөүенә алып барып ҡушабыҙ.
Бер нисә йыл инде атайым үҙе бесән сапҡанда мине аттарҙы ҡараусы итеп алып бара. Атайым менән эшләүе күңелле миңә. Атайым бер ваҡытта ла миңә асыуланмай, түҙемле генә аңлата, өйрәтә. Ә мин уның һәр бер ҡушҡан эшен еренә еткереп эшләргә тырышам. Атайым килеүгә мәтрүшкә үләне һалып сәй ҡайнатам. Һүрәм буйында сәй эсеүҙәре үҙе бер ғүмер бит!Бесән ваҡыттарында балыҡ та тота инем. Атайым менән кис балыҡ һурпаһы эскәндә ул : “Уңдым да инде ошо улымдан!” – тип маҡтар ине.
Бер көндө ул теркәү аттың ҡамытына кейеҙ ҡуйырға булды. Шул ваҡыт ишек алдына почтальонка ҡыҙыҡай килеп инде һәм атайыма ҡағыҙ һуҙҙы. Был район хәрби комиссариатына саҡыртып яҙылған повестка ине. Повестканы атайым миңә уҡырға ҡушты. Унда хәрби комиссариатҡа аҙыҡ-түлек һәм тулы әҙерлектә килергә ҡушылған ине. “Тимәк ғәскәри хеҙмәткә саҡыралар...” – тине атайым. “Шулай инде, илеңә дошман баҫып ингәндә ситтә тороп ҡалып булмай, ярмандар менән икенсе тапҡыр алышырға тура килер,” – тип һөйләнә-һөйләнә эшен дауам итте. Атайымды юлға әҙерләгәндә әсәйемә алһыҙ-ялһыҙ эшләргә тура килде. Икмәк бешереп, уны телгеләп сохари итеп киптерҙе, ҡурмас ҡыҙҙырып, уны ҡул тирмәнендә тартып талҡан яһаны. Атайымдың кейемдәрен йыуып киптереп, ҡайһыларын ямап әҙерләне. Беҙ – малайҙар, әсәйебеҙгә бөтә эштәрҙә лә ярҙам итергә тырыштыҡ. Атайым иртәгә юлға сыға тигән көндө Шәмсислам ағайымдан хат алдыҡ. Ул Брянск фронтынан яҙған ине. “Фронтҡа барып еттек, тәүге һуғышта уҡ беҙҙең орудие немецтарҙың дүрт танкыһын ҡыйратты. Башҡорт егеттәре дошманға ут сәсеп ауыл артынан ауылды фашистарҙан ҡотҡаралар,” – тип яҙған ине ул.
Атайымды оҙатыр көндө әсәйем мине бик иртә уятты. “Һине тышта атайың саҡыра,” – тине. Мин атайым янына барғас: “Улым, йортта иң ҙуры һин ҡалаһың. Әсәйегеҙҙе тыңлағыҙ, ярҙам итегеҙ. Ҡустыларыңа өйрәт. Иң мөһиме – эште яратығыҙ, үҙегеҙҙе тәртипле тотоғоҙ, кешеләргә ҡарата ярҙамсыл булығыҙ. Минең теләгем шул,” – тине. Косилка янына барҙы ла: “Косилканы һиңә ҡалдырам, мин ҡайтҡасы бесән сабырһың, тик майлап, төҙөк тот!”– тине. Минең өндәшмәй тороуымды күреп, мине аңланы һәм “Һинең урыныңа иҫәп-хисап эшенә берәй ҡыҙҙы табырҙар,ә һин бесән сабырға иң элек үҙең теләк белдер. Косилка менән бесән сабыу, исмаһам, ир-егет эше!” – тине. Мин ҡаршылашманым һәм колхоз председателе Мөхәммәт ағайға был турала әйтәсәгемде белдерҙем. 1942 йылдың йәйендә атайымды һуғышҡа оҙаттыҡ. Оҙатырға ауылыбыҙҙың ҡарттары, туғандарыбыҙ, күрше-күләндәр йыйылды. Атайым һәр беребеҙ менән арҡанан һөйә-һөйә берәмләп хушлашты. Ошо оҙатыу минуттарында әсәйемдең үҙен бик сабыр тотоуы беҙҙе һоҡландырҙы. Үҙенең күҙендә бер йәш бөртөгө лә күрһәтмәне. Шулай итеп әсәйебеҙ, береһенән-береһе бәләкәй алты малай менән тороп ҡалды. Бындай хәл беҙҙең ғаиләбеҙҙә генә түгел, илебеҙҙең миллионлаған ғаиләләрендә булды. Сөнки ҡәҙерле кешеләребеҙҙе һуғышҡа оҙатыу, яуыз дошманды юҡ итеү, уны еңеү өсөн кәрәк ине. Беҙ быны яҡшы аңлай инек.
Ә 1943 йылдың башында мине лә армияға алдылар. Аҡтүбә ҡалаһында 5 ай өйрәткәс, июль айында 5-се Украина фронты – Харьков янында барған һуғышҡа барып индек. Днепрҙы Запорожье яғынан сығып, Кривой Рогянында 1943 йылдың 29 ноябрь көнө яраландым. Куйбышевта госпиталдә ике ай дауаланғандан һуң, беҙҙе тәүҙә Мәскәүгә, ә унан Ленинград фронтына ебәрҙеләр.Унда 322-се миномет(“Катюша”) полкына өҫтәлмә көс булып барҙыҡ. Мине наводчик итеп билдәләнеләр. Ленинградты блокаданан ҡотҡарыу өсөн ҡаты һуғыштар бара ине. Беҙҙең расчетта рус, украин, башҡорт, ҡаҙаҡ, әрмән, үзбәк, удмурт милләтенән ете кеше булды. Төрлө милләттән булһаҡ та, беҙ бер-беребеҙҙе аңлап, татыу булдыҡ. Һәр ваҡыт “Катюша”ны әҙерлек һыҙығына беренселәрҙән булып ҡуя инек. Лениград өлкәһенән һуң Эстонияны фашистарҙан азат иткәс, 1944 йылдың19 ноябрендә Мәскәүгә бөтә полк менән килеп төштөк. Унда беҙгә өҫтәмә көс бирҙеләр, яңы “Катюшалар” алдыҡ һәм Венгрияның Балатон күле янына фашистарҙы тар-мар итергә ебәрҙеләр. 1945 йылдың 15 мартында артподготовка бирҙек һәм немецтарҙы ҡыуып алып киттек. Австрияның баш ҡалаһы Венаны азат иттек. Ошонда беҙҙең взвод командиры ярҙамсыһы Михаил Радионов һәләк булды, уны Саморуков алыштырҙы, уның урынына орудие командиры итеп мине ҡуйҙылар. Беҙ Альп тауы араларында дошманға күп залптар бирҙек.
Дошмандарҙы ҡыуа-ҡыуа, Чехословакияға барып индек. 1945 йылдың 8май көнө тау битендә атырға әҙерләнеп, команда көтөп йөрөйбөҙ. Шул саҡ разведчик йүгереп килеп: “Һуғыш бөттө, егеттәр! Һуғыш бөттө! Американдар менән осраштыҡ!” – тип ҡысҡырҙы.
Еңеү! Бына ул көн! Оошо сәғәттә күптәр ни эшләргә белмәйҙәр ине:берәүҙәре илай, берәүҙәре көлә, ҡайһылары ергә ятып тау түбәненә ҡарай тәгәрәй... Иртәгәһенә беҙ артҡа ҡарай күсендек, асыҡ, тигеҙ урынға полк менән туҡтаныҡ һәм өс көн, өс төн байрам булды. Һалдаттар был көндәрҙә уйнанылар, йырланылар, бейенеләр...
1946 йылдың март айында Одесса ҡалаһы янындағы Воскресенск станцияһына полк менән килеп төштөк. Унда полкты тараттылар, йәштәрҙе төрлө гвардия миномет полктарына ебәрҙеләр. Отпускынан һуң мине 71-се гвардия миномет полкына ебәрҙеләр һәм 1946 йылдың декабрендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булараҡ демобилизацияландым.
Рамаҙан Батталов, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, уҡытыусы-ветеран.
Сирғол ауылы.
Читайте нас: