Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
20 Май 2020, 18:00

Эшһеҙ ҡалған граждандар өсөн мөһим мәғлүмәттәр

Мәғлүм булыуынса, быйыл 20 апрелдән Хөкүмәт эшһеҙҙәрҙе теркәүҙең яңы ҡағиҙәләрен билдәләне һәм өҫтәмә социаль ярҙам сараларын раҫланы. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова бөгөнгө онлайн брифингта ошо хаҡта ла әйтеп үтте.

Мәғлүм булыуынса, быйыл 20 апрелдән Хөкүмәт эшһеҙҙәрҙе теркәүҙең яңы ҡағиҙәләрен билдәләне һәм өҫтәмә социаль ярҙам сараларын раҫланы. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова бөгөнгө онлайн брифингта ошо хаҡта ла әйтеп үтте.
9 апрелдән Рәсәй Хөкүмәте ҡабул иткән ваҡытлы сараларға ярашлы, эш табыуҙа ярҙам алыр өсөн ғариза яҙырға кәрәк. Быны Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы йәки “Рәсәйҙә эш” (“Работа в России”) сайтындағы шәхси кабинетта эшләргә мөмкин. Әгәр ҙә техник мөмкинлек юҡ икән, альтернатив ысулдар бар: мәҫәлән, телефон йәки алдан яҙылып, күп функциялы үҙәк аша.
Ғариза һәм резюме тултырыу менән граждан эш эҙләүсе булараҡ иҫәпкә алына. Уны эшһеҙ итеп таныу тураһындағы ҡарар, мәғлүмәттәрҙе ведомство-ара хеҙмәттәшлек нигеҙендә тикшергәндән һуң, 11 көн эсендә мәшғүллек үҙәге тарафынан ҡабул ителә. Бер үк ваҡытта эшһеҙлек буйынса пособие билдәләү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Граждан эшһеҙ тип рәсми танылған көндән федераль пособие түләнә, түләүҙәрҙең күләме һәм ваҡыты Рәсәй Федерацияһының “Халыҡтың мәшғүллеге тураһында”ғы Законы нигеҙендә билдәләнә.
Һәр айырым осраҡта эшһеҙ гражданға пособие күләме шәхсән билдәләнә. Бының өсөн уның һуңғы эш урынындағы уртаса айлыҡ эш хаҡы күләме, мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итер алдынан 12 ай дауамында нисә аҙна хеҙмәт мөнәсәбәттәрендә булғаны, эштән китеү сәбәптәре иҫәпкә алына һәм билдәләнгән максималь күләм менән сикләнә. Әгәр граждан эштән ебәрелгән йыл алдынан 26 аҙнанан аҙыраҡ хеҙмәт мөнәсәбәттәрендә булһа, бығаса эшләмәһә йәки шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген туҡтатһа, граждан минималь күләмдәге пособие ала.
27 мартта Ил Хөкүмәте 2020 йылда эшһеҙлек буйынса пособиеның минималь һәм максималь күләмен билдәләне. Шулай итеп, түләүҙәр 1500 һумдан кәмерәк һәм 12130 һумдан күберәк була алмай. Төньяҡ төбәктәрҙә пособие район коэффициенты иҫәбенә арта. Шуныһы ла мөһим: 12 апрелдә Рәсәй Хөкүмәте эшһеҙ граждандар өсөн суммаһы нығытылған пособиелар индерҙе. Апрель-июнь айҙарында пособие күләме кешенең һуңғы өс айҙағы килемен иҫәпкә алмайынса түләнәсәк һәм билдәләнгән максималь күләм – 12130 һум буласаҡ.
Башҡортостанда эшһеҙлек буйынса пособие күләме район коэффициетын иҫәпкә алып билдәләнә, һәм минималь күләме - 1725 һум, максималь күләме 13 949, 50 һум тәшкил итә.
1 марттан алда эштән ебәрелгән һәм йылдан ашыу эшләмәгән, хеҙмәт тәртибен боҙған өсөн эштән ебәрелгән, беренсе тапҡыр эш эҙләгән, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген туҡтатҡан, гражданлыҡ-хоҡуҡи килешеү нигеҙендә эшләгән граждандар өсөн эшһеҙлек буйынса пособие билдәләү ҡағиҙәләре элеккесә ҡала.
Эшһеҙлек буйынса максималь пособиены, йәғни эшһеҙлек буйынса хеҙмәт хаҡын түләүҙең минималь күләменә тиң булған пособиены (13949,50 һум), апрель-июндә 2020 йылдың 1 мартынан эштән ебәрелгән (бығаса эшләгән) һәм эшһеҙ булып теркәлгән граждандар аласаҡ. Был хаҡта Рәсәй Хөкүмәтенең махсус ҡарары 2020 йылдың 17 апрелендә баҫылған.
Ошо уҡ категорияға ҡараған граждандарҙың 18 йәшкә тиклемге балалары булған осраҡта апрель-июндә түләнә торған пособие күләме балалар һанына ҡарап арта һәм һәр бала өсөн 3000 һум тәшкил итә. Түләүҙәр теркәлгән көндән алып түләнә (апрель, май, июнь айҙарында).
1 725 һумға тиң минималь пособие иһә кеше оҙайлы ваҡыт эшләмәһә (мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт иткәнгә тиклем йылдан ашыу); быға тиклем эшләмәгән булып, беренсе тапҡыр эш эҙләһә; эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген туҡтатҡан булһа, хеҙмәт тәртибен боҙған өсөн эштән ебәрелһә билдәләнә.
Әгәр гражданин уҡырға ебәрелһә, уға стипендия түләнәсәк. Мәшғүллек үҙәге уны белем биреү учреждениеһы ебәргән мәғлүмәттәр нигеҙендә, граждандың дәрескә йөрөү күрһәткесе һәм уңыштары нигеҙендә билдәләй. Был ҡағиҙәләр ағымдағы йылдың 1 июленә тиклем ғәмәлдә ҡала.
Фото: ykt.ru
Читайте нас: