Мәғлүмәттәргә күҙ һалһаҡ, республикабыҙҙа һуңғы дүрт айҙа балиғ булмағандар ҡатнашлығында 86 юл фажиғә осрағы теркәлгән, дүртәүһе һәләк булған, 87-еһе йәрәхәтләнгән. Юл-транспорт ваҡиғаһы күп осраҡта Өфө, Октябрьский, Салауат, Нефтекама, Стәрлетамаҡ ҡалаларында, тағы ла Иглин, Дыуан райондарында теркәлә. Өфө һәм Белорет райондарында балаларҙың йәрәхәтләнеү осраҡтары күп күҙәтелә.
Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, уҡыусыларҙың йәйге каникулы башланыуы осоронда, йәғни 18 майҙан башлап 5 июнгә тиклем Башҡортостанда, шул иҫәптән беҙҙең районда ла “Иғтибар – балалар!” иҫкәртеү сараһы иғлан ителде. Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы буйынса бүлегенең Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы начальнигы Илнур Бакиров әйтеүенсә, был сара барышында инспекторҙар пассажир балаларҙы йөрөтөүгә, хәүефһеҙлек саралары үтәлеүенә (кресло, ҡайыш) иғтибарҙы көсәйтәсәк. Шулай уҡ балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең юл ҡағиҙәләрен (бигерәк тә велосипедта, скутер-мопедтарҙа йөрөгәндә) үтәүе иғтибар үҙәгендә буласаҡ.