Майҙың икенсе яртыһынан һуған себене оса башлай. Был себен ергә һәм һуғандың төбөнә күкәй һала. Бер нисә көндән йомортҡанан сыҡҡан ҡаршлауыҡтар һуғандың эсенә инеп, уны ашай башлай. Һөҙөмтәлә һуған һулып, серей.
Был бәлә менән нисек көрәшергә һуң? Һуған менән кишерҙе аралаштырып ултыртыу ысулын күптәр белә. Тағы бер ысул – һуғанды иртәрәк ултыртыу. Себен оса башлау менән түтәлдәргә ошондай матдә һибеп сығырға кәрәк: бер квадрат метр майҙанға 100 грамм ағас көлө, бер стакан тәмәке оно, бер бал ҡалаҡ ҡара борос. Бынан һуң 4 -5 көн һайын ерҙе йомшартып торорға кәрәк.
Ҡарышлауыҡтарҙы еңеүҙең тағы бер ысулы – тәмәке оно төнәтмәһе һибеү. Бер биҙрә һыуға 200 грамм тәмәке оно йә махорканы 3 литр ҡайнар һыу менән бешерәләр ҙә, 2-3 тәүлеккә ҡалдырып торалар. Һуңынан 10 литр һыу, бер аш ҡалағы һабын, бер балғалаҡ борос һалып бутайҙар. Был шыйыҡса менән үҫемлектәрҙе һәм ерҙе һиптереп сығырға кәрәк.
Һуған төбөнөң сереүе – бәшмәк ауырыуы. Был ауырыу барлыҡҡа килһә, һуғанға баҫҡанда йомшаҡ ерҙәрҙе тойорға була. Һаҡлауға һалынған һуған тиҙ серейәсәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был бәшмәк һуғанда ла, ерҙә лә икенсе йылға тиклем һаҡлана. Ауырыуҙан һаҡланыу өсөн һуған һәм һарымһаҡты ҡояшлы, ҡоро көндә алалар һәм 25 – 26 градус йылы булған, еләҫ урында киптерәләр, һуңынан аҡбур менән эшкәртеп һаҡлауға һалалар.
Переноспороз – шулай уҡ бәшмәк ауырыуы. Тәү сиратта һуғандың ҡыяғында аҡһыл йәшел төҫтәге таптар барлыҡҡа килә, һуңынан улар һорғолт-күкһел төҫкә әйләнә. Ҡыяҡтарҙың осо ваҡыт үтеү менән һарғайып, кибәсәк. Ауырыу ямғырлы һәм һыуыҡ көндәрҙә айырыуса шаша. Был бәшмәк тә ерҙә һәйбәт ҡышлай. Шуға ҡышҡылыҡҡа һуған ҡалдыҡтарын түтәлдәрҙә ҡалдырмаҫҡа, һуғанды икенсе йыл башҡа урынға ултыртырға кәңәш ителә.
Көрәш ысулы: һуғанды төньяҡтан көньяҡҡа табан ултыртырға кәрәк. Араһында сүп үләне үҫмәһен, һуған баштары бер-береһенә яҡын ултыртылмаһын. Һуған ҡыяҡтары 10 – 12 сантимерға еткәс, еҙ хлорокись шыйыҡсаһы менән эшкәртергә кәрәк. Бының өсөн 10 литр һыуға бер аш ҡалағы һабын һәм еҙ хлорокисы өҫтәргә кәрәк.
Түтәлдә ауырыу барлыҡҡа килеү менән һыу ҡойоуҙы, ашламалар индереүҙе туҡтатып тороғоҙ. Һуған баштары ҙурайғас та, һуғанды алырға була. Ҡыяҡтарын шунда уҡ яндырырға, ә баштарын ҡояшта 12 – 14 көн һаҡларға кәрәк.
Һуған һәм һарымһаҡ туты шулай уҡ бәшмәк ауырыуы. Ауырыу тәү сиртта үҫемлектең ҡыяғын зарарлай, уларҙа аҡһыл-һары төҫтә ҡабарынҡы урындар барлыҡҡа килә. Бер килке ваҡыт үткәс, улар ҡараясаҡ. Инфекция һуған һәм һарымһаҡ ҡалдыҡтарында, күп йыллыҡ һуған төрҙәрендә һаҡланыуы ихтимал. Иҫкәртеү сараларын үрҙә әйтеп киттек. Ҡабатлап тормайыҡ.
Фузариоз – күпселек осраҡта һарымһаҡта осрай. Тәүҙә үҫемлектең төбө йомшара, һуңынан ул кибәсәк һәм ҡороясаҡ. Был ауырыу һарымһаҡты алмаһын өсөн уны ултыртыр алдынан еҙ купоросы менән эшкәртергә кәрәк. 10 литр һыуға бер аш ҡалағы өҫтәп һибеп сығырға кәрәк. Ауырыу үҫемлектәрҙе яндырырға кәрәк.
Лилиә НУРЕТДИНОВА,Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башкортостан буйынса филиалы белгесе.