Беҙҙең халыҡ элек-электән тоҙло һыуҙың шифаһын белгән. Йәйге йылы көндәрҙә хәҙер ҙә яйы сыҡҡан һайын Тоҙ күленә барып ҡайтырға ынтылып тороусылар күп. Сөнки тоҙло һыу организмдан шлактарҙы ғына түгел, энергетик негативты ла һурып ала.
Ә бит әле лә, өйҙән сыҡмайынса ғына тоҙ ярҙамында организмды сафландырып була. Бының өсөн бер ҡап таш тоҙҙо (каменная соль) тасҡа һалырға ла ялан аяҡ баҫып торорға кәрәк. Ултырырға ла мөмкин, тик хәрәкәтләнеүе еңелерәк булһын өсөн аяғөҫтө тороу яҡшыраҡ. Күңелде өйкәп торған барлыҡ насар уйҙар, хәүефтәр табаныңдан сығып киткәндәй еңеллек тойғас, процедураны туҡтатығыҙ.