Һәр йыл һайын шаулап-гөрләп яҙҙар килә. Донъя нурға күмелә, муйылдар ап-аҡ сәскәгә төрөнә. Тәбиғәттең иң матур миҙгелендә беҙҙең иң яҡын кешебеҙ – туғаныбыҙ Мәүлетов Илдус Зәйнулла улы 16 йыл элек яҡты донъяларҙы ташлап, беҙҙең араларҙан китеп барҙы. Быйыл уға 65 йәш булыр ине. Нисә генә йыл үтһә лә, нисә көн үтһә лә, беҙҙең уны иҫкә алмаған көнөбөҙ юҡ, йөрәк һаман әрней. Уның нурлы, яғымлы йөҙө, йомшаҡ һүҙе, йылмайыуы, тыныс холҡо, ихлас, аҡыллы, кешеләргә ярҙамсыл булыуы, табип булараҡ, танылған булыуы, тормошта яҡты эҙ ҡалдырыуы – мәңге оноторлоҡ түгел.
Мәүлетов Илдус Зәйнулла улы 1955 йылдың 30 мартында Ейәнсура районының Мәмбәтша ауылында бик матур ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килә.
Әсәһе - уҡытыусы, атаһы ауыл Советында секретарь булып эшләй. Ауылда 8 класс бөтөп, Өфөләге 1-се һанлы мәктәпте (хәҙер – Р. Ғарипов исемендәге башҡорт гимназияһы) тамамлай. Медицина институтына уҡырға инеп, табип һөнәренә эйә була. Эштең беренсе аҙымдары һәм алты йыл ғүмере алыҫ Тажикстанда үтә. Башҡортостанға ҡайтып, Ғафури районында участка дауаханаһында, һуңғы йылдарын Баймаҡ психоневрология ауырыуҙары интернатында табип булып эшләй. Бөтә көсөн, һаулығын ауырыуҙарҙы дауаларға, туғандарына ярҙам итергә, ғаиләһен ҡарарға бирә. Бик матур ерҙә, ҡайындар араһында йорт та һалып сыға. Тормошто, кешеләрҙе, балаларын ныҡ ярата. Өҙгөләнеп, барыһына ла өлгөрөргә тырыша. Эше бик күп Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән баһалана.
Тик тормош, яҙмыш һынауҙары бер кем өсөн дә эҙһеҙ үтмәй шул. 49 йәшендә генә йөрәге туҡтаны. Яҡты йондоҙ булып балҡыны ла йөрәккенәһе ярылып юҡ булды.
Һинең ғүмерең ҡыҫҡа ғына булды…
Тик шул ҡыҫҡа ғүмер эсендә
Күпме яҡшылыҡтар эшләнең һин
Ғаиләң өсөн, үҙен өсөн дә!
Һин ярата инең был тормошто,
Тик, нишләйһең...Аллаһ ҡушҡандыр.
Һинең моңдар ерҙә генә түгел,
Ахыры, күктә кәрәк булғандыр....
Бөтә туғандары исеменән – апаһы Зәлифә, БР-ҙың атҡаҙанған табибы, РФ-ның почетлы табибы.