Элегерәк урман янғындары һирәк күренеш булһа, һуңғы йылдарҙа тәбиғи (ҡоро йәй, йәшен һ.б) һәм кеше (тәмәке төпсөгө, быяла ярсыҡтары, тәбиғәттә ял иткәндә хәүефһеҙлек талаптарын үтәмәү) факторҙарына бәйле әленән-әле янғындар сығып тора. Был, әлбиттә, урман хеҙмәткәрҙәре эшендә ҙур ауырлыҡтар тыуҙыра. Мәҫәлән, 2012 йылда Ҡарғалы, Саҙалы һырттарында сыҡҡан янғында урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре бер ай буйы ут менән көрәшә. Бығаса район урмансыларының техник мөмкинлектәре сикле булғас, янғынын һүндереүҙә ярҙамға Йылайыр, Ишембай райондарынан машина-тракторҙар ярҙамға йәлеп ителгән.
Янғын хәүефе көсәйгән осорҙа урмансыларҙың, бигерәк тә беҙҙең кеүек территорияның өстән бер өлөшөн урман ҡаплаған райондарҙа, тейешле техникаһы булыуы үтә лә мөһим. “Экология” федераль милли проекты ла ошо маҡсаттан сығып тормошҡа ашырыла. Ошо проекттың “Урмандарҙы һаҡлау” проекты сиктәрендә Башҡортостандағы урман хужалыҡтарының техника паркы даими тулыландырылыуы һөйөнөслө.Әлбиттә, был ярҙамдан ейәнсуралар ҙа ситтә ҡалманы. Үткән йылда хужалыҡҡа МТЗ-82 һәм МТЗ-1221 тракторҙары ҡайтарылһа, быйыл урмансылар өр-яңы янғын һүндереү һәм патруль машиналары алып ҡыуанды.
- Янғындар булмаһын инде. Шулай ҙа әҙер тороу кәрәк. Был йәһәттән парктың яңырыуы һөйөнөслө, – ти Ейәнсура урман хужалығының бүлек начальнигы Шәһит Татлыбаев. – Үткән йылдарҙа янғындарға “Волга” машинаһы менән сығып кителә ине, был “Нива” менән юлһыҙ урында ла, тау-урманда ла йөрөргә буласаҡ, – тине ул яңы техника менән танышырға килгән район хакимиәте башлығына барлыҡ урмансылар исеменән рәхмәтен белдереп.