“Башҡортостан Республикаһының хөрмәтле мосолмандары!
Һеҙҙе изге Рамаҙан айының тамамланыуы һәм Ураҙа ғәйете менән ысын йөрәктән ҡотлайым, – тине республика етәксеһе. – Быйыл тантаналар, сикләүҙәргә бәйле, айырым форматта үтә, аныҡ тәртип талап итә. Барыһын да аңлап ҡабул иткәндәре, сабыр булыуҙары, халыҡтың хәүефһеҙлеген хәстәрләгәндәре өсөн дин тотҡандарға һәм дин әһелдәренә ихлас рәхмәтемде белдерәм.
Барлыҡ кешелеккә ҙур хәүеф менән янаған яңы коронавирус пандемияһына ҡаршы көсөргәнешле көрәш көндәрендә беҙ һеҙҙең менән үҙебеҙҙең миһырбанлыҡҡа, мохтаждарға ярҙам итергә, иң яҡшы сифаттарыбыҙҙы күрһәтергә әҙерлегебеҙҙе ысынбарлыҡта баһалай алдыҡ. Рухи асылыбыҙға таянып, һынауҙарҙы түҙемле менән лайыҡлы үтәбеҙ, берҙәмлек, ихтыяр көсө, яуаплылыҡ күрһәтәбеҙ.
Башҡортостандың мосолман өммәте заман йәмғиәтенең әхлаҡи нигеҙҙәрен, диндәр араһындағы берҙәмлекте нығытыуға ҙур өлөш индерә, хәйриә, мәғрифәт, социаль поекттарҙа әүҙем ҡатнаша.
Ихлас күңелдән һәр беребеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм уңыштар теләйем. Изге Ураҙа байрамы йорттарыбыҙға йылылыҡ, уңайлылыҡ килтерһен, күңелдәргә тыныслыҡ, иман нуры өҫтәһен!
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ,"-тип әйтелә республика етәксеһе ҡотлауында.