"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
24 Май 2020, 13:06

Борон-борондан ата-бабаларыбыҙ төрлө шифалы үләндәр менән дауаланған, уларҙы йыйып, киптереп, ҡайнатып эскән...

Үләндәрҙең дауалау үҙенсәлектәрен, ҡасан, ниндәй күләмдә йыйырға, уларҙы ҡайһылайтып һаҡларға кәрәклеген бик белеп эш иткәндәр улар. “Самаһын белһәң — дарыу, белмәһәң — ағыу” тигән мәҡәл юҡтан ғына килеп сыҡмаған бит. Ысынлап та, тирә-яғыбыҙға күҙ һалығыҙ әле: (сайтта)

“Һаулығым – байлығым” тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетәбеҙ, ҡулланабыҙ. Кемделер нимә менәндер ҡотлағанда ла иң тәүҙә һау-сәләмәт тормош теләйбеҙ. Ысынлап та, һаулыҡтан да ҡәҙерлерәк нимә бар һуң донъяла? Хәҙерге заманда был бигерәк тә актуаль, сөнки тулыһынса һау-сәләмәт кешеләр әҙәйә, бигерәк тә йәштәр араһында. Ығы-зығылы тормош, насар экология, дөрөҫ булмаған йәшәү рәүеше, туҡланыу — сәбәптәре күп инде...

Сер түгел, сирләп китһәк, шунда уҡ дарыуханаға йүгерәбеҙ. Хаҡтарына ла ҡарамай, табип кәңәшен дә көтмәй, услап-услап дарыу йотабыҙ. Былай еңелерәк тә, тиҙерәк тә, мәшәҡәтләнмәйһең дә кеүек. Бигерәк тә йәш әсәләрҙең сабыйҙары ауырыһа, үҙ белдектәре йәки интернеттағы “дуҫтары” кәңәштәренә таянып балаларын “дауалауы” борсолдора. Һөҙөмтәлә улар, иммунитеттары ҡаҡшап, сиргә бирешеүсән, сибек булып үҫә.
Борон-борондан ата-бабаларыбыҙ төрлө шифалы үләндәр менән дауаланған, уларҙы йыйып, киптереп, ҡайнатып эскән. Дарыу үләндәре йыйыу, имләү, һөлөк һалыу менән шөғөлләнгән айырым кешеләр ҙә булған. Үләндәрҙең дауалау үҙенсәлектәрен, ҡасан, ниндәй күләмдә йыйырға, уларҙы ҡайһылайтып һаҡларға кәрәклеген бик белеп эш иткәндәр улар. “Самаһын белһәң — дарыу, белмәһәң — ағыу” тигән мәҡәл юҡтан ғына килеп сыҡмаған бит.
Ысынлап та, тирә-яғыбыҙға күҙ һалығыҙ әле: ниндәй генә үләндәр үҫмәй тыуған төйәгебеҙҙә!
Бөтәбеҙгә лә таныш үгәй инә үләнен генә алайыҡ. Ул күп илдәрҙә халыҡ медицинаһында ҡулланыла, боронғо дарыу үләне иҫәпләнә. Япрағынан яһалған төнәтмә һалҡын тейгәндә, аш һеңдереү, бөйөр һәм бәүел ҡыуышлығы сирҙәрендә ярҙам итә, аппетитты аса. Ә һарҡындыһы менән сәсте йыуып, ҡауаҡтан һәм сәс ҡойолоуҙан ҡотолорға була.

Күптәргә ҡамасаулаған дегәнәктән генә күпме файҙа! Унан май эшләргә, төнәтмәһе менән сәс йыуырға мөмкин – тамырҙарын нығытыуға булышлыҡ итәсәк.
Юл япрағы – ашҡаҙанға, андыҙ бөйөргә дауа, дегәнәк тамырын сәйнәп йөрөү гас­тритты бөтөрә, шәкәр диабеты менән ауырығанда ла ҡулланырға мөмкин.
Сөйәл үләне лә шифалы, уны сәскә атҡан саҡта йыялар. Күптәр ағыулы тип ҡулланмай, ләкин аҙ миҡдарҙа эсһәң, йүткереүҙе бөтөрә, температураны төшөрә.
Ынйы сәскәһен (ландыш) йыйғанда һаҡ булырға кәңәш ителә, сөнки ул ағыулы, бигерәк тә еләктәре. Ынйы сәскәһен дауа сифатында халыҡ ҡына түгел, рәсми медицинала ла киң ҡулланалар. Унан эшләнгән дарыуҙар тынысландыра, йоҡлата, шулай уҡ тахикардия, гипертония, боғаҡ һәм быума сирҙәрен дауалауҙа, нервы ҡаҡшағанда файҙаһы ҙур.

Ҡара ҡарағаттың япраҡтарын һәм бөрөләрен әҙерләйҙәр, ул аскорбин кислотаһына бай. Япраҡтары хуш еҫле булғанға күрә йыш ҡына сәйгә лә өҫтәйҙәр.
Бәпембә салат өсөн һәйбәт. Иҙелгән япраҡтарынан йәшәртеү өсөн битлек тә эшләйҙәр, ә сәскәһенән әҙерләнгән төнәтмә һипкелде ағарта.
Ошо арала ҡайын еләге сәскә ата башлай. Уның шифалы булыуы күптән билдәле. Бигерәк тә япрағын ҡан ағыуҙы туҡтатыусы үләндәр ҡатнашмаһына ҡушалар. Ә еләгенән ҡайнатма әҙерләйҙәр йәки киптерәләр.

Был осорҙа айыу көпшәһе (дяшль), энәлек (боярышник), муйыл сәскәһе, дегәнәк тамыры, көтөүсе муҡсаһы, аҡ әрем, юл япрағы, ҡара һарына (папоротник) һәм башҡа ҡайһы бер үҫемлектәрҙең шифаһы ҙур.
Эйе, һанай китһәң бик күп. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Башҡортостаныбыҙҙа үҫкән ҡырағай дарыу үҫемлектәренең 120 төрө фәнни медицинала һәм 200-ҙән ашыуы халыҡ медицинаһында ҡулланыла.
Һуңғы ваҡытта сирҙе дауалағанда ата-бабаларыбыҙ тәжрибәһендә һыналған дарыу үләндәренә мөрәжәғәт итеүселәр күбәйә. Республикабыҙҙа киң танылыу алған ағинәйҙәр хәрәкәтенең үләндәрҙең шифаһын, нисек ҡулланылыуын аңлатыу буйынса йәш быуын араһында маҡсатлы эш алып барыуы маҡтауға лайыҡ.
Юғары даирәләрҙән дә республика фармацевтика сәнәғәтен урындағы экологик яҡтан таҙа үләндәр нигеҙендә үҫтереү мәсьәләһе күтәрелә башланы.
Ҡыҫҡаһы, йәй башланып ҡына тора. Үҙегеҙҙең, балаларығыҙҙың һаулығын хәстәрләп, файҙалы үләндәрҙе йыйып ҡалығыҙ. Әммә иң тәүҙә улар хаҡында мәғлүмәт менән ныҡлап танышығыҙ, табип менән кәңәшләшегеҙ һәм үҙегеҙгә күпме кәрәк буласағын иҫәпләгеҙ, сөнки киптерелгән үләндәрҙе һаҡлау ваҡыты күп түгел, ни бары бер-ике йыл.
(Интернеттан).
Читайте нас: