Хөрмәтле мосолмандар! Һеҙҙе Ураҙа байрамы менән бөтә йөрәктән ҡотлайым!
Ураҙа ғәйете – ислам динендә изге Рамаҙан айының тамамланыуын белдереүсе иң оло байрамдарҙың береһе. Ул кеше һәм йәмғиәт тормошондағы мәңгелек ҡиммәттәр хаҡында хәтеребеҙгә төшөрә, күңел сафлығына, берҙәмлеккә, туғандарыңа һәм яҡындарыңа хәстәрлекле, иғтибарлы булырға, мохтаждарға миһырбанлылыҡ, шәфҡәтлелек күрһәтергә өндәй.
Районыбыҙҙағы төрлө дин вәкилдәре араһындағы бер-береңә ышаныс һәм аңлашыу киләсәктә лә милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡтың ныҡлы нигеҙе булып торасағына, йәмғиәттә миһырбанлылыҡтың юғары нормаларын раҫлауға һәм шәфҡәтлелек традицияларын байытыуға булышлыҡ итәсәгенә ышанам. Толерантлыҡ һәм башҡа мәҙәниәттәргә ҡарата яҡшы мөнәсәбәт кенә кешегә эске азатлыҡ һәм гармония тойғоһо бирә ала.
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет, тыныслыҡ һәм бөтә изге башланғыстарығыҙҙа уңыштар теләйем!
Д. Юланов, МР хакимиәте башлығы.