Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы хәбәр итеүенсә, 24 һәм 25 майҙа йәшенле ямғыр, хатта борсаҡ яуыуы көтөлә. Ел көсәйеп, секундына 17-22 метр тиҙлеккә етеүе мөмкин. Ҡотҡарыусылар республика халҡына мөмкин тиклем өйҙә ҡалырға кәңәш итә.