Беҙҙең юлдар — Аллаға шөкөр
Гүзәл Ситдикова һәм Бәйтулла Фәтхуллиндың «Асыҡ студия»ла Башҡортостандағы юлдар тураһындағы тапшырыуҙарын тындағандан һуң, үҙебеҙҙең район юлдарының торошон иҫкә төшөрҙөм.
Юлдарҙа «Беларусь» тракторҙары яҙлы-көҙлө мостка ултырып үтә алмай торғайны, машиналарын юлда ҡалдырып, ҡиммәтле йөгө булһа, шофер машинаһында ҡунып ҡала ине. Иҫәнғолдоң хәҙерге «Универмаг», «Аптека», «Сбербанк» алдарында оҙон ҡуныслы резинка итекһеҙ үтеп булмаған саҡтар ҙа булды. 1980 йылдарҙа асфальтты Сибайҙан ташып, 1981-1982 йылдарҙа асфальт заводын төҙөгәндән һуң ғына Иҫәнғол урамдарын асфальтлай башланылар.
Тапшырыу барышында юлдарының торошо бөгөнгө көндә лә насар (беҙҙең шул йылдарҙағы юлдар һымаҡ) булыуынан зарланып, күп кенә райондарҙан байтаҡ шылтыратыусылар булды. Бурандан, батҡаҡтан, хатта ауыл биләмәһе башлығы юлды тирәк йыҡтырып бикләп ҡуйыу сәбәпле, больницаға, аптекаға ла сыға алмауҙары, ошоға тиклем грейдерҙарҙың бер тапҡыр ҙа үтмәүе тураһында хәбәрҙәр бик күп булды.
Бөгөнгө көндә беҙҙең районда иһә юлдар — Аллаға шөкөр, тигән фекергә килдем. Беҙҙә төпкөл ауылдар араһында ла ҡом һибелмәгән юлдар юҡ. Юлдарҙың күп өлөшө асфальтланған йәки күтәртеп ҡом түшәлгән. Юлдарҙы, урамдарҙы асфальтлау әүҙем алып барыла, соҡорҙарҙы ла ямап торалар. Ҡышҡы бурандарҙан бикләнеп ултырған осраҡтарҙы, Иҫәнғолдағы «яңы урамдар»ҙан башҡа, ишетмәнем.
Кесе һүрәм буйындағы ауылдар араһы, урамдары һәр ваҡыт таҙартылды. Көн торошона бәйле юлдарҙа өҙөклөктәр булманы. Яҙ еткәс кенә лә грейдерҙар 4 тапҡыр үтте. Үрге Бикбирҙе халҡы үҙҙәренең техникалары менән төп юлға ла ҡом түшәгән ваҡыттары булды. Бөгөнгө көндә Үрге Бикбирҙе, Түбәнге Бикбирҙе ауылдары халҡы бергәләшеп, Үрге Бикбирҙе — Әсташ юлын (15-18 км) бесән алдынан, йыл да ҡом-таш түшәп ремонтлап торалар. Көслө ямғырҙан һуң да һәр ваҡыт йөрөрлөк була.
Юл эшсәндәренә рәхмәтебеҙҙе әйтеп, изге эштәрендә уңышлыҡтар теләйек.
Тимерғәле ИСЛАМОВ. Бикбау ауылы.