Алтын хәрефтәр менән яҙыр инем һеҙҙең исемде!
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләгән осорҙа Бөйөк Ватан һуғышы тураһында, уның геройҙары һәм ҡорбандары тураһында күберәк белгем килде. Шул маҡсат менән әсәйемдән ҡартҡартайымдар, ҡартөләсәйемдәр тураһында һораштым. Ул, ҡәҙерләп һаҡлаған документтар,миҙалдар,фотографияларҙы күрһәтеп, ҡартҡартайымдарҙың һуғыш йылдарындағы батырлыҡтарын һөйләп бирҙе.
Ҡартайымдың ағаһы Мостафа Аҙнағолов сығышы менән Ейәнсура районы Байсәләм ауылыныҡы.Ҡыҙыл Армия комиссары Сәғит Әлибаев үҙенең “Көндәлек биттәренән” тигән китабында 1941 йылда ике башҡорт кавалерия дивизияһы төҙөлөүе тураһында һөйләй. 1942 йылдың март айында 112-се дивизия составында минең ҡартҡартайым да фронтҡа китә. Был һалдаттар Курск,Сталинград,Чернигов өсөн яуҙарҙа, Украина,Белоруссия,Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша, Берлинға барып етә.Мостафа ҡартайым һуғыштан, бәхеткә күрә, иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү башланғас,иптәштәре менән бергә Ҡаҙағстанға Караганда өлкәһенә сығып китә. Оҙаҡ йылдар шахтала эшләп,төрлө маҡтау ҡағыҙҙарына эйә була. Ғаилә ҡора,балалар тәрбиәләй. Хаҡлы ялға сығып, ғүмеренең аҙағынаса шунда йәшәй. Ҡыҙғанысҡа күрә, ул бөгөн беҙҙең арала юҡ.
Ҡартҡартайым тураһында бына нисек яҙалар:“Мостафа Аҙнағоловты полкта яҡшы беләләр.Дивизияға баштан уҡ килде. Бик сабыр холоҡло,аҡыллы.Асыҡ йөҙлө, саф күңелле булғаны,фиҙакәрлеге өсөн полкта уны яраттылар,ихтирам иттеләр. Ауыр шарттарҙа ла Мостафа Аҙнағолов һәр ваҡыт асыҡ йөҙлө,һәр кем менән дуҫтарса мөнәсәбәттә,ихласҡарашлы ул”.
Минең атайымдың ҡартҡартаһы Ҡотләхмәт Ҡотлогилде улы Ҡотошов Өмбәт ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуып үҫкән. Улар егәрле булғандар, мул йәшәгән,шуға ла 30-сы йылдарҙа «кулак” мөһөрө һуғып,булған мөлкәттәрен талап алып, үҙҙәрен Себергә һөргөнгә ҡыуғандар.Ҡартҡартайым ҡотолоп ҡала,тик ҡарт ҡәрсәйем менән Түбәнге Муйнаҡ (Ҡырғыҙ) ауылына күсеп китергә мәжбүр булалар. Эшһөйәр,оҫта ҡуллы булғас, йәһәт кенә аяҡҡа баҫҡандар,матур донъя ҡорғандар. Еребеҙгә немец илбаҫарҙары ябырылғас, бөтә ир-егеттәр менән бергә 46 йәшлек ҡартҡартайым ҡатынын, туғыҙ балаһын ҡалдырып ил һаҡларға китә. Ул 469-сы миномет полкында хеҙмәт итә. Иҫ киткес ауыр һуғыш юлдарын үтеп,Польша,Чехославакияны азат итеүҙә ҡатнаша,яралана. «За отвагу», «За освобождение Праги», «За победу над Германией» миҙалдары менән наградлана. Бәхеткә күрә,ҡартҡартайым дошманды еңеп, 1945 йылдың июль айында тыуған яғына әйләнеп ҡайта.Ғүмер буйы колхозда эшләй,балаларын,ейәндәрен үҫтерә.
Үрге Муйнаҡ ауылында йәшәп, гүр эйәһе булған хөрмәтле тыл ветераны – әсәйемдең атаһы Ҡунаҡбай Атнағолов хаҡында артабанғы һүҙем.Тыуған илебеҙгә дошмандар ябырылғанда уға ни бары ете йәш була. Шул осорҙа йәшәүсе тиҫтерҙәре кеүек тормоштоң бар ауырлыҡтарын кескәй иңендә татып үҫә. Атаһы, ағаһы фронтта, ғаиләлә биш бала. Һылыуҙарына,әсәһенә төп терәк булып колхоздың барлыҡ эштәрендә ҡатнашып үҫә.Яҙ,йәй,көҙ айҙары фронт өсөн башҡарылған хеҙмәт менән үтһә,ҡыш айҙарында мәктәптә белем алырға ынтылғандар. Ете класс белем, өс йыл армия хеҙмәтен тултырыу, артабан ғаилә ҡороу,ике ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләү.
Оҙаҡ йылдар Калинин исемендәге колхоздың алдынғы водителе,бригадир вазифаларын намыҫлы үтәүе тураһында уның маҡтау ҡағыҙҙары,миҙалдары һөйләй.
“Беҙ күргәнде һеҙгә күрергә яҙмаһын, тырышып уҡығыҙ,аҡыллы булығыҙ.Илебеҙҙә тик именлек, татыулыҡ булһын,” – бына ҡартайымдың беҙгә теләгән теләктәре. Ҡартай-өләсәйҙәребеҙ илде,халыҡты фашистарҙан ҡотҡарған,күптәре тыуған яҡтарына ҡайта алмай,яу яланында ятып ҡалғандар.Иҫәндәре тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтып колхоз-совхоздарҙа, завод-фабрикаларҙа эшләгәндәр,ғаилә ҡороп,балалар тәрбиәләгән.Беҙгә уларҙы оноторға ярамай!
Ауылдаштар, туғандар менән осрашҡанда, хөрмәтле кешеләребеҙҙе йыш иҫкә алабыҙ, рәхмәт әйтәбеҙ,ғорурланабыҙ,доға ҡылабыҙ.Улар беҙҙең ошо азат,бәхетле тормошта йәшәгәнебеҙҙе күрһәләр, нисек шатланырҙар ине. Беҙгә азат,яҡты тормош өсөн һуғышҡа,үлемгә барғандар бит.Ҡәҙерле кешеләрем,беҙ бер ҡасан да һеҙҙең исемгә тап төшөрмәбеҙ!
Зөлхизә Ҡотошова, Муйнаҡ урта мәктәбе, 7-се класс уҡыусыһы.