Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
26 Май 2020, 13:40

Өфө районында яңы йоғошло ауырыуҙар үҙәге төҙөлөшө тамамланды

25 майҙа Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров Өфө районындағы яңы йоғошло сирҙәр дауаханаһында төҙөлөш эштәренең тамамланыуын тикшерҙе. Республика Министрҙар кабинетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, 1 июнгә тиклем объектта эшләтеп ебәреү-көйләү эштәрен тамамлау һәм махсуслаштырылған медицина ҡорамалын, шул иҫәптән үҙ аллы елләтеүҙе сафҡа индерә башлау планлаштырыла.

Инфекция үҙәге — тиҙ төҙөлгән модуль конструкцияларынан бер ҡатлы комплекс. Унда тәүлек әйләнәһенә эшләгән 100-гә яҡын, шул иҫәптән 62 бер урынлыҡ һәм 18 реанимация боксы бар. Хеҙмәткәрҙәр өсөн ятаҡ — айырым бинала. Санитар транспортты эшкәртеү майҙансығы, таҙартыу ҡоролмалары, резерв туҡланыу сығанаҡтары, ҡаҙанлыҡ бүлмәһе, кислород станцияһы хәүефһеҙ аралыҡта урынлашҡан.
Төп бина ярым түңәрәк рәүешендә төҙөлгән. Унан дауалау бүлексәләре тармаҡлана. Бөтәһе лә таҙа һәм сирлеләр зонаһына бүленгән.
«Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров алдыбыҙға ҡыҫҡа ваҡыт эсендә коронавирус йоҡторған ауырыуҙарҙы дауалау өсөн яңы инфекция үҙәге төҙөү бурысын ҡуйҙы. Уға ҡарап, дауахана республикала иң яҡшыһы исеменә дәғүә итә ала, тип әйтергә була. Улай ғына ла түгел. Илдә иң яҡшыһы булырға мөмкин. Төҙөлөштөң рекордлы сроктарын (55 көн) иҫәпкә алғанда, был – ысын уңыш. Хәҙер уның тулы хоҡуҡлы хужалары – табиптар, – тине Андрей Назаров. – Беҙ барыһына ла мобилизацияның һәм эшкә традицион бюрократик алымдарҙан баш тартыуҙың тиҙ һәм сифатлы һөҙөмтәгә өлгәшеүгә мөмкинлек биреүен күрһәттек».
Беренсе вице-премьер төҙөүселәргә фиҙаҡәр һәм һөнәри хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Төҙөүселәребеҙ көндөҙ ҙә, төндә лә эшләне. Был – ысын ҡаһарманлыҡ. Уларға сикһеҙ рәхмәтлемен», – тип билдәләне Андрей Назаров һәм Башҡортостандағы төҙөлөш тәжрибәһе менән башҡа төбәктәрҙең дә ҡыҙыҡһына башлауын өҫтәне.
Алдан хәбәр ителгәнсә, инфекция үҙәген төҙөү эшендә ҡулланылған материалдарҙың 80% ашыуы Башҡортостанда етештерелгән. Хәҙерге шарттарҙа был урындағы етештереүселәр өсөн һиҙелерлек ярҙам булды.
Читайте нас: