Муниципаль район хакимиәте башлығы Д. Юлановтың ҡотлауы
Хөрмәтле китапханалар өлкәһе хеҙмәткәрҙәре! Һеҙҙе Бөтә Рәсәй китапханалар көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым!
Был байрам белем сығанағы һәм аҡыл хазинаһы булған китаптарҙы ижад итеүселәр, һаҡлаусылар һәм уҡыусылар өсөн яҡын. Тормошобоҙға яңы компьютер технологиялары үтеп инеүенә ҡарамаҫтан, китап һаман да иң ышаныслы мәғлүмәт сығанағы булып ҡала. Әммә китапханаларҙың төп байлығы – кешеләр. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ ябай, әммә күпме изгелек һәм бәҫ туплаған ул үҙенә! Һеҙ кешеләргә мәҙәниәткә, сәнғәткә булған һөйөүегеҙҙе тапшыраһығыҙ, уларға рухи яҡтан байыраҡ һәм күркәмерәк булырға ярҙам итәһегеҙ. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ һөҙөмтәһендә күп быуындар китаптар, ысынбарлыҡ һәм мөғжизәләр донъяһы менән танышҡан.
Арыу белмәҫ һәм мәшәҡәтле хеҙмәтегеҙ, мәғрифәтселек эшенә тоғро ҡалыуығыҙ өсөн бөтә йөрәктән рәхмәт белдерәм. Китапҡа һәм китап уҡыусыларға булған һөйөүегеҙ кешеләрҙә теләктәшлек тапһын һәм һеҙҙе ижадҡа, яңы алымдарға илһамландырһын. Ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек, изге эшегеҙҙә уңыштар теләйем!
Д. Юланов, МР хакимиәте башлығы.