Республика етәксеһе күрше төбәктең юлы бик күп сағыу ваҡиғалар, фәндә, мәғарифта, мәҙәниәттә, спортта ҙур ҡаҙаныштар менән тулы булыуын билдәләне.
«Республика оло юбилейын иҡтисадта һәм социаль өлкәлә яңы уңыштар менән ҡаршылай, илебеҙҙәге алдынғы төбәктәрҙең береһе. Рәсәй федерализмы башында торған Татарстандың бөгөн дә федератив мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә тос өлөш индереүен дауам итеүе мөһим. Башҡортостан төбәктәребеҙ араһындағы ныҡлы бәйләнештәрҙе юғары баһалай. Дуҫлығыбыҙ һәм хеҙмәттәшлегебеҙ йылдан-йыл нығынһын», — тип билдәләне Радий Хәбиров.