Ҡәҙерле сығарылыусылар, педагогтар һәм ата-әсәләр!Һеҙҙе күркәм байрам һәм тулҡынландырғыс ваҡиға – Һуңғы ҡыңғырауменәнысынкүңелдәнҡотлайым!
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл ул шарҙарһыҙ, сәскәләрһеҙ үтә, уҡытыусыларҙың, ата-әсәләрҙең, педагогтарҙың йылы һүҙҙәре яңғыраған тантаналы линейка ла, һуңғы мәктәп ҡыңғырауы сыңы ла булмай. Шуға ҡарамаҫтан, ул уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләр өсөн мәктәптән айырылыу һағышы, киләсәккә яҡты өмөттәр менән тулы иң тулҡынландырғыс байрамдарҙың береһе.Алда – оло тормошҡа аяҡ баҫыу, һөнәр һайлау, үҙаллы ҡарарҙар ҡабул итеү һәм улар өсөн яуаплы булыу осоро.
Был көндә ата-әсәләргә еңел булмаған хеҙмәттәре, аңлауҙары, оҙайлы 11 йыл эсендә күрһәткән түҙемлектәре өсөн хуплау һүҙҙәре еткерергә теләйем. Һеҙҙең ярҙам балаларығыҙ өсөн мәктәптә лә, тормоштарының киләһе этаптарында ла берҙәй үк мөһим. Шулай уҡ уҡытыусыларға оло рәхмәт менән мөрәжәғәт итәм, һәр уҡыусының тормошонда һеҙҙең ролегеҙ ғәйәт ҙур. Һеҙ балаларҙың аҡылына һәм йөрәгенә һалған аң-белем уларҙың киләсәк тормошонда уңыш нигеҙе буласаҡ.
Хөрмәтле сығарылыусылар! Һеҙгә сифатлы белем алыуығыҙҙы, үҙ эшегеҙҙе табыуығыҙҙы, үҙегеҙ, ғаиләгеҙ, районыбыҙ һәм Тыуған илебеҙ өсөн файҙа килтереп, хеҙмәт итеүегеҙҙе теләйем.Үҙегеҙгә ышанығыҙ һәм һәр саҡ алға барығыҙ.
Д. Юланов, МР хакимиәте башлығы.