+21 °С
Болотло
Вк
Ок
Антитеррор
Тelegram
ГӘЗИТКӘ ЯҘЫЛЫУ
ЯҘМЫШ ҠУШЫУЫ
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Май 2020, 16:12
Бәлә килгәндә юғалып ҡалмаған
Иҫәнғол ауылында күп балалы ғаилә йәшәгән ике ҡатлы кирбес йортта 28 майҙа янғын башлана. Был ваҡытта өйҙә 12 һәм 6 йәшлек ике бала була.
Иҫәнғол ауылында күп балалы ғаилә йәшәгән ике ҡатлы кирбес йортта 28 майҙа янғын башлана. Был ваҡытта өйҙә 12 һәм 6 йәшлек ике бала була.
Саҡырыу буйынса килеп еткән ҡотҡарыусылар асыҡ утты тиҙ арала һүндереүгә өлгәшә. Уттың икенсе ҡаттағы бер бүлмәнән сыҡҡанлығы асыҡлана. Ярай әле, бәхеткә, ҡорбандар юҡ.
Йорттағы янғынды иҫкәртеүсе ҡулайлама ҙур фажиғәнән ҡурсалауҙа төп сара булып торған, ти ҡотҡарыусылар. Ул сигнал бирә башлағас, урамда торған 16 йәшлек үҫмер үҙенең ике туған ағаһы менән, юғалып ҡалмай, йәһәт кенә бәләкәстәрҙе ҡотҡарырға йүгерә. Балаларҙы тәүҙә урамға сығарып, ҡотҡарыусыларға янғын тураһында хәбәр итәләр. Ошондай ике факторға бәйле күп балалы ғаилә ҙур бәлә-ҡазанан, унан да бигерәк ҡорбандар булыуҙан һаҡланып ҡалған.
Фото: Ксения Калинина
Автор: Аклима Гизатуллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Malay-ail-en-yan-indan-ot-ar-an-295046/
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Йәнтөйәккә файҙалы эштәр йылы/Атайсал
15 Апрель , 19:15
Ейәнсура районындағы өс объект төҙөкләндереү буйынса тауыш биреүҙә ҡатнаша