"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
31 Май 2020, 13:00

Атай һыҙған аҡ юлдан

Ғүмер буйы Заветы Ильича” колхозында водитель булып эшләгән Бабич Исхаҡ улы Аҡъюловты Үрген яҡтарында яҡшы хәтерләйҙәр. Атаһы Исхаҡ ағай Шәйехзада Бабич менән яҡындан таныш булып, улын уның хөрмәтенә Бабич тип аталған өсөн генә түгел. Кешеләргә иғтибарлы, ярҙамсыл булғаны өсөн дә. “Утынын кәбән һымаҡ өйөп ҡуя, үҙе “һөт ташығыс”та йөрөнө, уның Иҫәнғолдан ҡайтҡанын ҡарап ҡына тора инек, сөнки ул кинобанкалар апҡайта торғайны”, – тип хәтерләй үргендәр.

Ғүмер буйы Заветы Ильича” колхозында водитель булып эшләгән Бабич Исхаҡ улы Аҡъюловты Үрген яҡтарында яҡшы хәтерләйҙәр. Атаһы Исхаҡ ағай Шәйехзада Бабич менән яҡындан таныш булып, улын уның хөрмәтенә Бабич тип аталған өсөн генә түгел. Кешеләргә иғтибарлы, ярҙамсыл булғаны өсөн дә. “Утынын кәбән һымаҡ өйөп ҡуя, үҙе “һөт ташығыс”та йөрөнө, уның Иҫәнғолдан ҡайтҡанын ҡарап ҡына тора инек, сөнки ул кинобанкалар апҡайта торғайны”, – тип хәтерләй үргендәр.
Элек машина ауыл ерендә бик һирәк булғанлыҡтан, унда ултырып йөрөү бик һирәктәргә эләгә, ә атаһы шофер булған малайҙарҙың абруйы ла бер башҡа юғарыраҡ ине. Ҙурайғас, шофер булам, тип хыялланмаған малай булмағандыр ҙа...
“Атанан күргән – уҡ юнған” тигәндәй, һүрәтләмәбеҙ геройы Хәким Бабич улы Аҡъюловтың буласаҡ һөнәре лә, хатта кемгә өйләнәсәге лә бала саҡта, атаһының машинаһына ултырып йөрөгән саҡта Күктәр тарафынан хәл ителгәндер, моғайын.
... Иң бәләкәй ҡустыһына машинала еҫ тейгәс, атаһы Хәкимде фельдшер артынан ебәрә.
  • Үҙемә лә еҫ тейгән була, – тип һөйләй ул. – Абына-һөрөнә йүгереп китеп барам, ә фельдшер алыҫ ҡына йәшәй. Үҙем уйлайым, ҙурайғас, фельдшерға өйләнәм...
  • Хоҙайҙың “амин!” тигән сағына тура килгәндер инде, – тип йөпләй уны 40 йылға яҡын район дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләүсе ҡатыны Зөлфиә Сөнәғәт ҡыҙы. – Хәким үҙе лә “скорый”ҙа эшләй, танышып китеүебеҙ ҙә эшебеҙгә бәйле булды.
  • Булмышыңа тап килгән һөнәрҙе дөрөҫ һайлау кеше яҙмышында ҙур роль уйнай. Һөнәреңде яратһаң, бер көн дә эшләмәҫһең, күңелең гел ял алыр, тиҙәрме әле. 37 йыл буйы Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһының “Тиҙ ярҙам” хеҙмәтендә водитель булып эшләүсе Хәким Аҡъюлов үтә лә тынғыһыҙ эшен яратып, бирелеп башҡара. Тынғыһыҙ – сөнки төрлө сир, бәлә-ҡаза ваҡытын-сәғәтен әйтеп йөрөмәй, ауырып киткән йә бәләгә тарыған кешенең ҡасан “03”-кә шылтыратырын алдан белеп булмай. Көнмө-төнмө, ямғырмы-буранмы – үлем менән көрәшеп ятыусыға өмөт уятып, ярҙамға ашыҡҡан фельдшерҙарҙы һуңлатмай алып барырға тейеш, бының өсөн машинаһы һәр ваҡыт төҙөк булыуы мөһим. 40 йылға яҡын эшләү дәүерендә Хәким Бабич улының был йәһәттән һынатҡаны юҡ – үҙенә ышанып тапшырылған техника һәр ваҡыт төҙөк, таҙа. Ишле ғаиләлә үҫкән кешеләргә хас булғанса, эшкә яуаплы ҡарау, еренә еткереп башҡарыу, бөхтәлек – ҡанына һеңгән. Быны хеҙмәттәштәре лә, 35 йыл бергә ғүмер иткән пар ҡанаты булған Зөлфиә Сөнәғәт ҡыҙы ла билдәләй. “Хәким бер ҡасан да бер нәмәне лә илке-һалҡы башҡармай, еренә еткереп, күңел һалып эшләй. Ышаныслы ғаилә башлығы, ихтирамлы, иғтибарлы, абруйлы атай, ҡартатай. Ейән-ейәнсәрҙәре өсөн өҙөлөп тора, – ти ул.
    Читайте нас: