Бала саҡ! Минең бәхетле, күңелле бала сағым Үрген ауылының Бишәй урамында үтте. Малайҙар һәм ҡыҙҙар гел бергә, дуҫ уйнай инек. Бер беребеҙгә ярҙам итеп йәшәнек. Йылдың һәр миҙгелендә лә урамыбыҙҙа , тау буйында , Ерекле йылғаһы буйында шау - гөр килеп уйнаныҡ. Беҙ бәләкәй саҡта ҡар бигерәк күп яуа ине. Өй ҡыйығынан сана шыуған, бурандан һуң солан ишеген ҡар баҫып аса алмаған саҡтар, барыһы ла бала саҡ хәтирәләренән. Мәктәптә тырышып уҡыныҡ, колхозға ла бесән әҙерләүҙә, келәттә ашлыҡ һуғыуҙа һәм башҡа эштәрҙә ярҙам иттек. Бала саҡты иҫкә алғанда урамыбыҙҙа йәшәп мәрхүмә булған Мөкәрәмә инәйҙең миңә бәйләп кейҙергән ап аҡ йөн ойоҡбаштары, Мәрзиә инәйҙең ҡабарып бешкән ап аҡ икмәге, Зифа инәйҙең үҙе үҫтергән ҡауындары менән һыйлауы, Шәмсеҡәмәр инәйҙең ҡыҙыл эремсектәренең тәмен бер ҡасан да онотмайым. Мөкәрәмә инәйемдең "кер сайҡаған һыу - эсер һыу кеүек таҙа булһын" тигән һүҙҙәре әле лә кер йыуған һайын иҫемә келт итеп килеп төшә. Мәрзиә инәй мине, йоҡларға саҡырып, сүрәләр, аяттар уҡырға өйрәтеп маташты, ә мин үҙемде ,,мин комсомол булам'' тип ятламаным. Шулай уҡ Шәкирә (Ейәнбирҙина) ҡәрсәйемдең әкиәттәр һөйләүен, ҡайын туҙынан һағыҙ ҡайнатыу серҙәренә өйрәтеүен һағынам. Ә шыршы байрамына Зөлхизә инәйем тегеп кейҙергән әберкәле күлдәк! Шундай уңған, тәрбиәле, алсаҡ, киң күңелле, йомарт инәйҙәрҙең мине яратып, тормош һабаҡтарын өйрәтеүҙәрен үҫә төшкәс кенә аңланым. Күрше
Хәйерниса инәйҙең күҙ яуын алырлыҡ гөлдәрен яҡындан күрер өсөн өйөнөң иҙәнен йыуып, сәй эсеп ҡайта инем. Ауылға ҡайтҡан саҡта шул матур гөлдәрҙе, инәйҙең ҡыҙы, Миңниса апайҙың тәҙрә төбөндә күреп шатланам. Мәрхүм ата-әсәйем дә мине яратып наҙлап үҫтерҙеләр. Мәктәптә уҡыған йылдарҙы ла, уҡытыусыларымды ла гел яҡшы хәтирәләр менән иҫкә алам. Бигерәк күңелле, бәхетле үтте бала сағым. Бала саҡ дуҫтарымдың барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә именлеге һәм уңыштар теләйем. Әлеге көндә күршем Илфат менән хәбәрләшеп йәшәйбеҙ. Беҙҙең балалар ҙа иҫән-һау йәшәһендәр, илдә тыныслыҡ булһын.
Нәйлә Сафиуллина (Янбаева), Туймазы районы.