ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
1 Июнь 2020, 16:00

#ҠАЙТАЙЫҠСЫ_БАЛА_САҠҠА_ТИК_ХЫЯЛДА_БУЛҺА_ЛА

Төркөмдәшебеҙ ФЛҮРӘ КАШБУЛЛИНА сәхифәһенән:

Төркөмдәшебеҙ ФЛҮРӘ КАШБУЛЛИНА сәхифәһенән:
- Борон, беҙ бала саҡта, май байрамдарында, көндәр матур йылы торһа, таң менән тороп ҡырға "Кәкүк сәйенә" сығып китә торған инек. Бер төркөм малайҙар - беҙҙең авзыйҙар инде, көн элгәре урманға барып, урын әҙерләп ҡайта торғандар ине: усаҡлыҡ, өҫтәл ширлеге менән, ҡыуыш эшләп ҡуялар. Беҙҙе - ҡыҙ-ҡырҡын, бала-сағаны үҙҙәре менән эйәртмәйҙәр ине. Беҙ ҙә аптырап тормай инек, урам балаларын йыйнап, яҡындағы тау башына менеп, өйҙән алып килгән күстәнәстәребеҙ менән һыйлы ғына "полянка" эшләп, туйғансы ашап, көнө буйы уйнап, кис кенә арманһыҙ булып арып ҡайтып китер инек. Эй, күңелле була торған ине...
Читайте нас: