Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
1 Июнь 2020, 20:00

Вирус йоҡламай...

Районда коронавирусҡа бәйле хәлдең насарайыуы сәбәпле,инфекцияның артабан таралыуына юл ҡуймау маҡсатында, район хакимиәте башлығының ҡарарына ярашлы, 1 июндән...

Үҙ изоляция режимы саҡ ҡына йомшарыу менән, халыҡ был сирҙең ысынлығына шикләнеп, һаҡланыу сараларына үтә еңел ҡарай башланы. Һөҙөмтә – билдәле. Районда коронавирусҡа бәйле хәлдең насарайыуы сәбәпле,инфекцияның артабан таралыуына юл ҡуймау маҡсатында, район хакимиәте башлығының ҡарарына ярашлы, 1 июндән Иҫәнғолдағы Чекмарев исемендәге, “Дуҫлыҡ”, “Аҡ сатыр” парктары һәм райондағы башҡа ял итеү урындары ябыла. Был тыйыуҙар үтәлешен полиция хеҙмәткәрҙәре һәм дружинниктар тикшерәсәк. Ойошма-учреждениеларға инеү режимы көсәйтелә. Битлек-бирсәткә кейеү талап ителә. Ҡайһы бер ойошмалар хеҙмәткәрҙәре өйҙән эшләүен дауам итә.
Читайте нас: