Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
2 Июнь 2020, 18:47

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуына – 25 йыл

I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сирек быуат элек – 1995 йылдың 1-2 июнендә уҙҙы. Төп башҡорт йәмәғәт ойошмаһы – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарихының йылъяҙмаһы тап ошо көндән башлана.«Ойошмабыҙҙың сирек быуатлыҡ юбилейы Башҡорт теле йылында билдәләнеүе символик мәғәнәгә эйә. 25 йыл элек кеүек үк, телде, бай мәҙәни мираҫыбыҙҙы һәм халыҡ үҫеше мәсьәләләре мөһим булып ҡала. 14 декабрҙә Башҡорт теле көнөн уҙғарырға, быйылғы әүҙем ҡатнашыусыларҙы билдәләргә һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарихына, яҙмышына ҡатнашы булғандарҙы бергә йыйырға ниәтебеҙ бар», — ти Башҡорт ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.Изоляция осоронда 25 йыллыҡ уңайынан саралар онлайн үткәрелә.

I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сирек быуат элек – 1995 йылдың 1-2 июнендә уҙҙы. Төп башҡорт йәмәғәт ойошмаһы – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарихының йылъяҙмаһы тап ошо көндән башлана.
«Ойошмабыҙҙың сирек быуатлыҡ юбилейы Башҡорт теле йылында билдәләнеүе символик мәғәнәгә эйә. 25 йыл элек кеүек үк, телде, бай мәҙәни мираҫыбыҙҙы һәм халыҡ үҫеше мәсьәләләре мөһим булып ҡала. 14 декабрҙә Башҡорт теле көнөн уҙғарырға, быйылғы әүҙем ҡатнашыусыларҙы билдәләргә һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарихына, яҙмышына ҡатнашы булғандарҙы бергә йыйырға ниәтебеҙ бар», — ти Башҡорт ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
Изоляция осоронда 25 йыллыҡ уңайынан саралар онлайн үткәрелә.
Ошо көндәрҙә социаль селтәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарихына сумырға мөмкин. Тәүге ҡоролтайҙар делегаттары, Башҡарма комитет ағзалары үҙҙәренең хәтирәләре менән бүлешә. Көн һайын Инстаграмда киске сәғәт 8-ҙә башҡорт халҡының милли-рухи үҫешенә мөһим өлөш индергән билдәле шәхестәр менән осрашыуҙар була. Улар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының элекке етәкселәре һәм ағзалары, съезд делегаттары, аппарат белгестәре. Әйтәйек, тәүге эфирҙы Башҡарма комитет ағзалары, тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин һәм филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйетбатталов үткәрҙе. Румиль Аҙнабаевтың, Әмир Ишемғоловтың, Илгиз Солтанморатовтың сығыштары көтөлә. Улар төрлө йылдарҙа Башҡорт ҡоролтайына етәкселек итте, тура эфирҙағы осрашыуҙарҙы шағирә, журналист Лариса Абдуллина алып бара.
Инстаграмда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тураһында ҡыҙыҡлы факттар менән танышырға мөмкин. Шулай уҡ һәр кем көн һайын ойошторолған викторинала үҙ белемен тикшерә ала.
Социаль селтәрҙә онлайн-концерт эстафетаһы башланды. Артистар ҡоролтайҙың юбилейына бағышлап сығыш яһай һәм эстафетаны коллегаларына тапшыра.
Интернет-ҡулланыусылар өсөн «Башҡортса уҡыйыҡ» акцияһы ла уҙғарыла. Ул башҡорт телендәге гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы барышында башланды. Теләгәндәрҙең башҡортса баҫмаға яҙылып, аҡсалата бүләк отоу мөмкинлеге бар.
Конкурсты ойоштороусылар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, «Юлдаш» радиоһы. Шарттары ябай. Гәзиткә йәки журналға һәм акцияла ҡатнашыусыларҙың сәхифәләренә яҙылырға кәрәк. Йомғаҡ 2 июндә осраҡлы һандар генераторы ярҙамында яһала. Еңеүселәрҙе бүләктәр, 30 мең һум аҡса көтә.
Ә беҙҙең район ҡоролтайында эштәр нисек тора?
Ейәнсура район башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Байрас Ҡансурин белдереүенсә, ул етәкләгән ойошма район кимәлендә уҙғарылған һәр сараның уртаһында ҡайнай. Географик диктант, башҡорт теленән диктант яҙыуҙы ла ойошторғандар. Быйылғы йылдың сағыу сараларының береһе – Башҡорт Үргене ауылының республика кимәлендә “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә еңеүендә лә ҡоролтайҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Сарала ҡатнашыу өсөн тәүҙә һәр ауыл биләмәһенән бер ауыл тәҡдим ителгән, иң лайыҡлыһы табылып, республика кимәленә сыҡҡан. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышлап уҙғарылған сараларҙы ойоштороуҙа ла ҡоролтай әүҙем булды. Ошо сара сиктәрендә, уҡытыу-тәрбиә эштәре урынбаҫарҙары Мостай Кәримдең “Үлмәҫбай” шиғырын флешмоб форматында башҡарҙы.
Әлбиттә, ҡайһы бер саралар планлаштырылһа ла, әлеге хәл-торошҡа бәйле, кисектерелгән. Мәҫәлән, ут күршеләр – беҙҙең район шефлыҡҡа алған Ырымбур өлкәһенең Новосергиевка районына концерт, оҫталыҡ дәрестәре менән барыу планлаштырылған булған. Тағы ла, быға күләмле итеп ойошторолоп килгән, төрлө илдәрҙән, Рәсәй ҡала-ауылдарынан балалар килеп ял иткән “Йәйләү” лагеры ла быйыл тик район кимәлендә генә уҙғарыласаҡ.
Байрас Фәтих улы һәр эштә лә үҙенең урынбаҫарҙары Тәлғәт Буранбай улы Аҡбутин һәм Нурия Мөхтәр ҡыҙы Ҡунысбаеваға, шулай уҡ һәр ауыл биләмәһенән һайланып ҡуйылған вәкилдәргә таянып эшләй. Шулай уҡ урындағы йәштәр ойошмаларының әүҙем эшләүен билдәләп үтте ҡоролтай етәксеһе.
Читайте нас: