Күгәрсен районы Тәүәкән ауылында тыуып-үҫеп, Ейәнсура районы
Байыш ауылында ғүмер итеүсе апайыбыҙ УРАЗОВА АСИЯ ӘХМӘТҒӘЛИ ҠЫҘЫ ошо көндәрҙә үҙенең күркәм юбилейын билдәләй.
Салауат педучилищеһын 1974 йылда тамамлап, йүнәлтмә буйынса
Байыш урта мәктәбенә башланғыс синыф уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрелгән апайыбыҙ ошо ауыл егете Хисмәт Хөснулла улы менән сәстәрен сәскә бәйләп,3 балаға ғүмер биреп,үҫтереп,оло тормош юлына сығарҙылар, әлеге көндә кәртә тултырып мал аҫырап,гөрләтеп донъя көтәләр.
Илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә эшләп йөрөүсе бихисап уҡыусылары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала апайыбыҙ.
Тырыш уҡытыусы "мәғариф алдынғыһы", "хеҙмәт ветераны" исемдаренә лайыҡ.
Ул әле лә әүҙем тормош алып бара. "Еңгәйҙәр" вокаль ансамбле составында йырлап, ниндәй генә конкурстарҙа ҡатнашманылар ҙа, ҡайҙа ғына уңышлы сығыш яһаманылар улар!
Еҙнәбеҙгә тоғро тормош иптәше, балаларына хәстәрлекле әсәй, беҙҙең өсөн яғымлы апайыбыҙ уңған хужабикә лә.
Беҙ уның ҡабарып бешкән икмәге, тәмле ҡорото, бешергән аштары, телде йоторлок бәлештәре, ҡош телдәре менән һыйланырға яратабыҙ.
Тура һүҙле булыуы менән бер рәттән, йор һүҙле лә, шиғри күңелле лә ул.
Ниндәй генә юбилей,туй йә тыуған көн булмаһын, ул беҙҙе үҙе яҙған шиғыры менән ҡотлай, яңынан-яңы матур йырҙарын бүләк итә; уның бәйләгән шәлдәре, косынкалары ҡышҡы һыуыҡтарҙа беҙҙең күңелдәрҙе йылыта.
Ҡәҙерлебеҙҙе матур юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм уға теләктәрҙең иң матурын,иң изгеләрен юллайбыҙ!
Апайыбыҙ! Ҡоростай һаулыҡ,ғаилә именлеге,күңел тыныслығы теләйбеҙ һиңә!
Еҙнәбеҙ менән бергә балаларығыҙҙың бәхетенә ҡыуанып,хәстәренә төрөнөп,изгелектәрен күреп,беҙҙе шатландырып,оҙаҡ итеп бергә-бергә йәшәргә насип булһын һеҙгә!
Күпме булһа ерҙә изге теләк-
Беҙ теләйбеҙ һиңә барыһын да.
Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын
Тыуған көндөң һәр бер таңындә.
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар,
Тыуып таңдар һиңә алып килһен
Сәләмәтлек,бары шатлыҡтар!
Иң изге теләктәр менән - ҡустыларың,килендәрең,һылыуҙарың,кейәүҙәрең һәм уларҙың балалары.